TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
← Табигат
Табигат avatar

TGINSIGHT POST

Post #180

@bashtabigat

Табигат

Қараулар338Қараулар саны
Жарияланды29 там.29.08.2025, 02:09
Мазмұн

Хабардың мазмұны

Төбәк «дочкаһы» — төбәк аҡсаһы түгел Бөгөн Әбйәлил районы халҡына «Беҙ урындағы предприятие асабыҙ, бөтә һалымдар ҙа, табыш та ошонда ҡаласаҡ, төбәк үҫешәсәк» тип аңлаталар. Матур ғына яңғырай. Ә ысынында, компанияны районда теркәү - аҡсаның Башҡортостанда ҡаласағын аңлатмай. Аҡсаны төбәктән нисек сығаралар: «Дочка» төп компаниянан ҡорамал һәм хеҙмәттәрҙе күпкә арттырылған хаҡҡа һатып ала. Ҡағыҙҙа ул «нульгә» эшләй кеүек, ә ысынбарлыҡта аҡса өҫкә генә китә. Барлыҡ сығарылған руда йәки сеймал үҙҙәренең икенсе төбәк структураһына арзаныраҡ хаҡҡа һатыла. Тегендә ул ысын хаҡҡа һатыла – һәм табыш та тап шунда ҡала. Төп һалымдар, мәҫәлән, табышҡа һалым - шахта эшләгән районда түгел, ә баш офис теркәлгән урында түләнә. Һөҙөмтәлә Әбйәлил бюджетына тик бер нисә тин генә керә. Формаль рәүештә эш урындары булдырыла, әммә иң юғары хеҙмәт хаҡтарын һәм етәкселек вазифаларын үҙәкән килтерелгәндәр ала. Улар алған аҡсаларын Башҡортостанда тотонмай, ә үҙҙәре менән алып китәләр. Төп компания «дочка»һына кредит бирә. Һөҙөмтәлә урындағы компания күрһәтергә тейеш булған табыш «процент ҡаплау» булараҡ өҫкә китә. Шулай итеп, һүҙҙә – район үҫеше һәм урындағы бюджетҡа һалымдар, ә ғәмәлдә – матур вәғҙәләр һәм буш иҫәп кенә ҡала. Аҙаҡ халыҡҡа: «Йә, беҙ бит эшләнек, тик табыш сыҡманы», – тип әйтәсәктәр. Ә ысын аҡса бөтөнләй башҡа ерҙә ятасаҡ.