TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
← Башҡорт теле
Башҡорт теле avatar

TGINSIGHT POST

Post #10

@bashkort_tele

Башҡорт теле

Views4,480Post view count
PostedFeb 202/02/2022, 12:47 PM
Post content

Post content

ТУҒАН ТЕЛ. ШАҒИР ҺҮҘЕ. ИР НАМЫҪЫ (Наилә Сәфәрғолова хәтирәләре тыуҙырған уйҙар) Быйыл Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тула. Туған халҡыбыҙ өсөн оло ваҡиға. Зыялылар өсөн рухиәт өлгөһө ул бөйөк Рәми. Башҡорт теленең камиллығы,сикһеҙ гүзәллеге сағылған Рәми шиғриәте, ул үҙе яҙғанса, ғәзиз халҡының “сәскә күңеленән ынйы йыйыуға” тиң ине. Ул йөрәге төпкөлөнән урғылып сыҡҡан гүзәл шиғырҙарын тыуған теленә, тыуған халҡына бағышланы, уларға дан йырланы, ошо изге юлынан һис бер тайпылмай атланы. Тап шуның арҡаһында ул барса халыҡ алдында кәмһетелеүгә дусар ителде, шиғырҙарының күпселеге йылдар дауамында баҫылмай ятты, власть әһелдәре тарафынан милләтен ололаған шағир ситкә тибелде. Ир-шағир йөрәге рәнйетелде, намыҫы тупаҫ рәүештә тапалды. Шағир трагедияһы ҡотолғоһоҙ ине, ул Есенин, Маяковский, Фадеев яҙмышына дусар ителде... Замандашыбыҙ, рухлы вә талантлы мәҙәниәт эшмәкәре Наилә Сәфәрғолова 2017 йылдан бирле башҡорт шиғриәтенең рухи асылын сәхнә һәм телевидение аша халҡыбыҙға еткереү маҡсатында “Йөрәк һүҙе” исемле шиғриәт конкурсын ойоштороп, изге һәм сауаплы ғәмәлдәр ҡылды. Туған телдәрҙе “ҡыҫҡартыу” сәйәсәтенә ҡаршы тороу әмәлдәренең береһе булып ҡабул ителде ошо мәҙәни сара. Һис шикһеҙ, бындай саралар маҡтауға лайыҡ. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тик ошондай алымдарҙы ғына ҡулланып, илебеҙҙә туған телдәрҙе сикләү (урыҫ теленән башҡаларын) сәйәсәтен бер нисек тә үҙгәртеп булмаясаҡ. Наилә туған “Йөрәк һүҙе”нең донъяға тыуыуы 2017 йылда башҡорт йәштәре (беҙҙең менән – аҡһаҡалдар менән берлектә) ойошторған тарихи митинг менән бәйле ине, ти. Эйе, был бик резонанслы сәйәси акт булды. Уны ойоштороусыларға, шул иҫәптән бән фәҡирегеҙгә лә, административ баҫым яһалды, суд процестары уҙғарылды, штрафтар һалынды. Әлбиттә, властың ҡара артын ялаусылар ҙа табыла торҙо. Шуларҙың береһе – ул саҡта Мәскәүҙә йәшәгән Азат Баҙранов атлы егет булды. Ул башҡорт телен яҡлап митинг ойоштороусыларға интернет селтәрендә ҡара яҡты, экстремизмда ғәйепләне, бән фәҡирегеҙҙе йәштәрҙе алама юлға алып сығыусы, тип атаны. Мин интернет селтәрендә, яуап итеп, ике мәртәбә Азат Баҙрановты фашлаусы материалдар баҫтырған инем ул саҡта. Шунан бирле Баҙранов дошманымын, ул әлегә тиклем, юлын табып, минән һәм минең ғаилә ағзалыранан үс ала килде. Заманында А.С. Пушкин яҙған: “Не пропадёт ваш скорбный труд”, тип. Тап халыҡ ҡаршылығы арҡаһында ғына Рәсәйҙең юғары власы әһелдәре “Туған тел” предметын мәктәптәрҙең база уҡыу пландарының мотлаҡ уҡытыла торған дисциплиналары өлөшөндә ҡалдырырға мәжбүр булды. Юғиһә, ул факультатив предметҡа әйләндерелеп, бөтөнләйе менән юҡҡа сығыр ине. Тап ошо ҡапма-ҡаршылыҡтан һуң Башҡортостан Хөкүмәте лә туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса дәүләт программаһы ҡабул итте. Был программаның аҙмы-күпме файҙаһы барҙыр, әлбиттә. Әммә шаҡ ҡатырырлыҡ күренештәр ҙә пәйҙә булды: йәштәр кумиры Эльвин Грейға тап ошо программа буйынса (!!!!) йыр конкурсы уҙғарыу өсөн 30 миллион бюджет аҡсаһы бүленде. Ну, ҡалай шәп үҫтерҙе башҡорт телен Радик Юлъяҡшин, иҫ китмәле! Шәхсән үҙем - аҡһаҡалдар ҡорона ингән заттарҙанмын. Йәшерәк сағымда сәйәсәткә артыҡ илтифат итмәһәм дә, ир еткәнемдә ул үҙе ошо мөхиткә тартып тигәндәй алып инде. Әлегәсә сыҡҡаным юҡ, ин-ша - Аллаһ. Һөнәрем өлкәһендә лә, сәйәсәттә лә, йәмәғәтселек эштәрендә лә ал-ялды белмәй эшләгәндәр иҫәбендә булдым. Хөрмәтле Президент М.Ғ. Рәхимов заманында ла, Р.З.Хәмитов башлыҡлығы осоронда ла, айырым баҫымдарға иғтибар итмәгән бер халәттә, башҡорт милли хәрәкәте йәшәне, нисек кенә булмаһын, үҙ һүҙен әйтә, юғарылағы чиновниктарға еткерә алды. Р.Ф. Хәбиров әфәнде килеп, Ағиҙелдең текә ярындағы Аҡ йортҡа улырыр-ултырмаҫтан, әүҙем башҡорттарға ҡара көндәр килде. Шүлгәндәр ҡалҡты өҫкә. Был - ысынбарлыҡ, ҡәҙимге сәйәси хәҡиҡәт. Ошо "яңыртылған" сәйәсәтте Баҙрандар ғәмәлгә ашыра башланы ла инде. Хаҡ эштәр ҙә, ямандары ла ерҙә ятып ҡалмай. Үткән замандарға, ҡылған эштәребеҙгә ваҡыт үҙе баһа бирәсәк. Тик шуныһы: балаларыбыҙға, ейәндәребеҙгә ата-бабалары өсөн ҡыҙарырға, аҡланырға тура килмәһен ине.