Post content
Ер 5. Башҡорт ере шул тиклем бай һәм матур, шуға ла, быуаттар дауамында төрлө яуыз ниәтле кешеләр көс йәки алдау менән башҡорт ерҙәрен тартып алырға тырышҡан. Бөгөнгө көндә башҡорттарҙа Башкорт Иленең ерҙәренең бәләкәй өлөшө генә ҡалған, ләкин шуларҙы ла беҙҙең ҡулдан тартып алырға тырышалар — намыҫын һатҡан башҡорт түрәләрен йәки депутаттарын һатып алып, башҡорт ерҙәрен сит кешеләр ҡулына тапшырыу тураһында ҡултамғалар ҡуйҙырталар. Айырыуса был проблема Урал арьяғында киҫкен тора. Башҡорттарҙың үҙ ерҙәрен һатырға хоҡуғы юҡ, сөнки был ерҙәр өсөн ата-бабаларыбыҙ ҡаны түгелгән. Был ерҙе беҙ тулыҡынса һаҡларға һәм бөтөн килеш үҙ вариҫтарыбыҙға тапшырырға бурыслыбыҙ. Хәҙер үк ундай миҫалдар бар — 100% башҡорттар йәшәгән, тәбиғәте бик матур урынға урынлашҡан ауылдарға урыҫ ғаиләләре килеп йорт һатып ала һәм унда төпләнә. Улар башҡорт мөхитенә яраҡлашырға теләмәй, һәм үҙҙәре менән тик урыҫса ғына һөйләшеүҙе талап итә. Артабан улар үҙ туғандарын саҡыра башлай һәм уларға эргәлә йорт эҙләй. Һуңынан, улар һатлыҡ урындағы хакимәт аша башҡорт ауылында сиркәү төҙөү рөхсәтен ала. Ошо рәүешле башҡорт ауылы әкренләп урыҫ ауылына әйләнә башлай. Был урыҫтар үҙҙәренең башҡорттар йәшәгән ерҙә йәшәгәнен аңлаһын өсөн, башҡорттар улар менән аралашҡанда урыҫсаға күсергә тейеш түгел, әгәр урыҫса һөйләшә башлайҙар икән — яуап бирмәйенсә, иғтибарһыҙ ҡалдырырға кәрәк. Башҡорт ерҙәрен ситтәргә һатыусы йәки бүләк итеүселәр башҡорт халҡы тарафынан асыҡтан-асыҡ ғәйепләнеп, хур ителергә тейеш. Әгәр ҙә улар тыңламай, һәм еребеҙҙе юҡҡа сығарыуҙы дауам итә икән — ундайҙарҙы фәһем өсөн язаға тарттырыу мотлаҡ.