Post content
Ер 8. Бөгөнгө көндә башҡорттар Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә һәм хатта Башҡортостан тышында йәшәй. Иң тәүҙә Һамар, Һарытау, Ҡурған өлкәләрен, Пермь крайын, Свердловск һәм башҡа яҡтарҙы иҫкә алайыҡ. Элекке заманда был ерҙәр башҡорттоҡо булған, әлбиттә, тик колониялаштырыу һөҙөмтәһендә улар халҡыбыҙҙан тартып алынған. Әле лә был төбәктәрҙә меңдәрсә башҡорт йәшәй. Ләкин улар урыҫ тәьҫире менән йылдан-йыл ассимиляцияға һәм "эреүгә" дусар. Һуңғы йәниҫәп был төбәк башҡорттарының өҙлөкһөҙ кәмеүен күрһәтә. Яҡын киләсәктә беҙ был ерҙәрҙе ҡайтара алмаҫбыҙ тип таныр кәрәк. Тимәк, унда йәшәүсе башҡорттарҙы юғалтыуыбыҙ бар. Шуға ул милләттәштәребеҙҙе Башҡортостан еренә ҡайтарыу буйынса репатриация программаһын башҡарыу мөһим. Был төбәктәрҙә йәшәүсе башҡорттарға үҙ-үҙҙәрен юғалтмаҫ өсөн Башҡортостанға күсеү кәрәклеге аңлатылырға тейеш. Республика кимәлендә махсус программаның эшләүе мөһим: йорт өсөн ер бүлеү, йәшәү өсөн субсидиялар һәм башҡаһы. Төньяҡ төбәктәрҙә йәшәүсе башҡорттар тураһында ла айырым әйтеп үтәйек. Уларҙың күбе шул яҡтарға эш эҙләп киткән дә шунда төпләнгән. Ләкин Рәсәйҙә нефть сығарыу кәмеп иҡтисади хәл бөлгән һайын, был төбәктәрҙә йәшәү кимәле лә төшәсәк. Шуға төньяҡтарҙа йәшәүсе башҡорттар хәҙер үк үҙ милкен, фатирҙарын мөмкин ҡәҙәр ҡыйбатыраҡ һатып, Башҡортостанға ҡайтыу яғын ҡараһын. Был йәһәттән дә аңлатыу һәм күндереү эшен алып барайыҡ.