TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
Post content
Post content
Ер. 9. Урал аръяғы бөгөн башҡорт халҡының йәшәү сығанағы булып тора. Нәҡ шунда башҡорт милләтенең иң пассионар өлөшө тупланған. Нәҡ Урал аръяғында башҡорт халҡының традициялары һаҡланған, нәҡ шунда тәбиғи ресурстарға иң бай ерҙәр урынлашҡан. Иң күркәм тәбиғәт мөйөштәре лә нәҡ шунда. Киләсәктә, Ер шарында эсәр һыу, тере урман, гүзәл тәбиғәт мәсьәләһе киҫкенләшкән осраҡта, башҡорттар, ошондай байлыҡтарға эйә булып, башҡа халыҡтар менән сағыштырғанда өҫтөнлөккә эйә буласаҡ. Шуға күрә, Урал аръяғын башҡорт халҡының йәшәү нигеҙе булараҡ һаҡлап ҡалыу - башҡорт халҡының төп стратегик маҡсаты.