TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
← Башҡорт теле
Башҡорт теле avatar

TGINSIGHT POST

Post #112

@bashkort_tele

Башҡорт теле

Views1,360Post view count
PostedJun 1806/18/2025, 02:09 PM
Post content

Post content

Ер. 10. Башҡорттар үҙ ерҙәренә бик һаҡсыл ҡарарға, уны бысратмаҫҡа һәм башҡаларҙың бысратыуына ла юл ҡуймаҫҡа тейеш. Башҡалар башҡорттарҙың үҙ ерен һөйөүен, һаҡсыл ҡарашын күреп, үҙҙәре лә шулай эшләйәсәк. Әгәр башҡорттарға ла, Башҡортостан Республикаһына ла файҙа булмаясаҡ икән, башҡорттар үҙ ерҙәренең тәбиғи ресурстарын ҡулланыу тырышлыҡтарына мөмкин тиклем ҡаршылыҡ күрһәтергә тейеш. Башҡорттар был табыштың ҙур өлөшөн алған, эш алып барған компания урындағы инфраструктураға (ауыруханалар, мәктәптәр, балалар баҡсалары төҙөү, юлдар һалыу, газ үткәреү һ.б.) инвестиция яһаған, был предприятиела урындағы халыҡ өсөн эш урындары булдырылған, һәм эш тамамланғандан һуң ер тергеҙелгән, тәбиғәт имен һәм һаҡланған килеш ҡалған осраҡта ғына башҡорттар дөйөм ҡарар менән был эшкә рөхсәт бирергә мөмкин.