TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
← Башҡорт теле
Башҡорт теле avatar

TGINSIGHT POST

Post #127

@bashkort_tele

Башҡорт теле

Views1,500Post view count
PostedJul 307/03/2025, 06:02 AM
Post content

Post content

Ғаилә 5. Башҡорт ғаиләһендә ир – башлыҡ, ә ҡатыны – уның терәге булған. Ғаиләлә муллыҡ булдырыу, ҡатыны, балалары һәм ата-әсәһе бер нәмәгә лә мохтаж булмауы - ир кешенең бурысы. Тимәк, ни тиклем ауыр булмаһын, рухи йә физик арыу булмаһын, ир-атҡа, һәр иртә тороп, үҙ арыуын йәшереп, тешен ҡыҫып эшкә барыуы һәм ғаиләһен тәьмин итеүе кәрәк. Балалары аяҡҡа баҫҡансы, яҡшы белем алғансы, һәм киләсәктә атай-әсәйҙәрен тәрбиәләй алғансы был бурыс ирҙең иңендә ята. Ғаилә мәсьәләләрендә ир ҡатыны менән кәңәшләшергә тейеш. Ҡунаҡтар алдында, йыйындарҙа ир кеше беренсе һүҙ тотоп, ғаиләһе исеменән сығыш яһай. Ғаилә исеменән ҡатыны һөйләй, ә ире артта тороп баш ҡағып тороу ғәҙәте дөрөҫ түгел. Дәүләт органдарына мөрәжәғәт иткәндә лә – тәүге һүҙ ирҙәр, ғаилә башлыҡтары тарафынан әйтелергә тейеш. Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм балаларҙы ҡағылыу-һуғылыуҙан һаҡларға һәм яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға тейеш.