TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
Post content
Post content
Ғаилә 9. Балалар, кеселәр һәр ваҡыт ололарҙы тыңлап, хөрмәтләп, тәрбиәләнеп үҫһен. Ололар – кеселәргә өлгө һәм яҡлаусы булһын. Ағай – һеңлеһен һаҡлаусы, абруйлы терәк. Һеңлеләр һәм ҡустылар ололарға «ағай», «апай» тип өндәшһен, һәм был ғүмер аҙағына тиклем һаҡланһын. Үҫеп етеп үҙ ғаиләләрен ҡорғандан һуң да туғандар араһында аралашыу өҙөлмәһен. Ата-әсәне генә түгел, туғандарҙы ла даими барып күреү, ярҙамлашыу – шарт. Бертуғандарҙың да балалары бер-береһе менән аралашырға, дуҫ булырға тейеш.