TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
Post content
Post content
Ғаилә 10. Бер үк фамилиялы кешеләр – тоҡомға берләшә. Һәр тоҡомдоң шәжәрәһе бар. Йылына бер тапҡыр дөйөм йыйылыш үткәреп, аралашыуҙы һаҡлау кәрәк. Йыйын ваҡытында тоҡом башлығы һайлана, уның һүҙен бөтәһе лә тыңлай, үҙен ихтирам итә. Ул туғандар араһындағы дуҫлыҡты күҙәтә. Ул яңы тыуған сабыйҙарҙың исемдәрен үҙ ҡулдары менән шәжәрәгә индерә. Ул тоҡомдоң иң абруйлы, аҡыллы, рухлы, намыҫлы ағзаһы булырға тейеш. Әгәр ул был талаптарға тап килмәй икән, йыйылышта алмаштырыла ала.