Post content
Башҡорт йәмғиәте 2. Башҡортостанда йәшәгән башҡорт үҙен ошо ерҙең хужаһы икәнлеге бөтәһенә лә асыҡ аңлашылырлыҡ итеп тоторға тейеш. Һәр бер башҡорт — ул милләттең йөҙө. Һеҙҙең аша бөтә халыҡ тураһында фекер йөрөтәләр. Башҡорттар рухи яҡтан көслө, белемле, уҡымышлы, тәрбиәле, физик яҡтан үҫешкән, ҡыйыу һәм сабыр булырға бурыслы. Башҡорт үҙенең туған телен камил, ә кәм тигәндә, һөйләшеү кимәлендә белергә, милли традицияларҙа йәшәргә, Ислам динен тоторға тейеш. Башҡорт кешеһе зауыҡ менән, йыйнаҡ итеп кейенергә, үҙен дәрәжәле тоторға, бер кем алдында ла түбән йә ҡол булмаҫҡа, һәр һүҙҙе үлсәп әйтергә, буш һүҙ һөйләмәҫкә тейеш. Бушты һөйләгәнсе, өндәшмәү - яҡшыраҡ. Бөтә башҡорттар ошондай юғары әхлаҡи сифат менән айырылып торһа, башҡа халыҡтар башҡортҡа оҡшарға тырышасаҡ, башҡорт мәҙәниәтен үҙләштерәсәк, башҡорттар менән туғанлашырға теләр, башҡорт халҡының бер өлөшө булырға ынтылыр.