TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
← Башҡорт теле
Башҡорт теле avatar

TGINSIGHT POST

Post #143

@bashkort_tele

Башҡорт теле

Views2,110Post view count
PostedJul 2007/20/2025, 05:03 AM
Post content

Post content

Башҡорт йәмғиәте 3. Башҡортостандан ситтә йәшәгән башҡорттар өҫтөндә икеләтә яуаплылыҡ: әгәр ул берҙән-бер башҡорт булһа — ул бөтә халыҡты тәҡдим итә, һәм уның ҡылығы аша башҡалар бөтә башҡорттар хаҡында фекер йөрөтәсәген аңлаһын. Әгәр бер урында бер нисә башҡорт йәшәй икән, улар мотлаҡ бер-береһен ҡурсаларға, ярҙамлашырға, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөргә, милли байрамдарҙы бергәләп билдәләргә тейеш. Әгәр кемдер ауыр хәлгә тарыһа, башҡалар уға ярҙамға килергә бурыслы. Ситтә йәшәгән башҡорттар тыуған ерҙе онотмауы, бәйләнеште өҙмәүе, ваҡыт-ваҡыты менән тыуған иленә ҡайтып тороуы мөһим.