TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
← Башҡорт теле
Башҡорт теле avatar

TGINSIGHT POST

Post #147

@bashkort_tele

Башҡорт теле

Views1,550Post view count
PostedJul 2207/22/2025, 05:00 AM
Post content

Post content

Башҡорт йәмғиәте 5. Ауылдарҙа һәм ҡалаларҙа иң абруйлы тоҡом вәкилдәренән аҡһаҡалдар кәңәшмәһе төҙөү зарур. Кәңәшмәнең етәксеһе итеп иң ихтирамлы, абруйлы аҡһаҡал һайлана. Ул иң оло йәштә булмауы ла мөмкин — иң мөһиме уның юғары әхлаҡи сифаттары. Аҡһаҡалдар кәңәшмәһе — ул ауыл йәки ҡала идаралығы түгел, әммә башҡорт йәмғиәтенең мөһим институты. Уға ауыл хакимиәте башлыҡтары ла, ҡала етәкселәре лә ҡолаҡ һалырға тейеш. Аҡһаҡалдар кәңәшмәһе башҡорт халҡының иң яҡшы сифаттарын — аҡыл, әхлаҡ һәм рухи көсөн йөрөтә. Ул халыҡтың тормошонда әүҙем ҡатнашырға, йәштәрҙе тәрбиәләргә, өлгө күрһәтергә тейеш. Әгәр яҡтар рәсми судҡа түгел, ә аҡһаҡалдар кәңәшмәһенә мөрәжәғәт итергә ҡарар итһә, ҡайһы бер бәхәстәрҙе хәл итә ала. Әгәр ауыл йә ҡала башлығы башҡорт исемен мыҫҡылларлыҡ хыянатсы йә енәйәт ҡыла икән, аҡһаҡалдар уны туҡтатырға йәки уға ышанысһыҙлыҡ белдерергә бурыслы.