TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
Post content
Post content
Башҡорт йәмғиәте 6. Өмә - башҡорттар араһында мотлаҡ һаҡланырға тейешле халыҡ традицияһы. Был йоланың маҡсаты — башҡорттарҙы берләштереү, ярҙамсыллыҡ, бер-береңде хәстәрләү кеүек сифаттар тәрбиәләү. Айырыуса ауыр йәшәгән, үҙ көсө менән шундай эштәрҙе башҡара алмағандарға ярҙам итеү — өмәнең үҙәгендә. Ерҙе тәртипкә килтереү, мәсет төҙөү, бәлә-ҡаза осрағында ярҙам итеү кеүек эштәргә үҙен хөрмәт иткән һәр башҡорт ихлас ҡушылып, ҡулынан килгәнсә ярҙам итһен.