TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
← Башҡорт теле
Башҡорт теле avatar

TGINSIGHT POST

Post #15

@bashkort_tele

Башҡорт теле

Views252Post view count
PostedFeb 502/05/2022, 09:23 AM
Post content

Post content

«Башҡортостан ватансылары” республика йәмәғәт ойошмаһының башҡорт халҡына һәм йәмәғәтселегенә М Ө Р Ә Ж Ә Ғ Ә Т Е Хөрмәтле ватандаштар һәм милләттәштәр ! Һеҙҙең барығыҙға ла билдәле булыуынса, яңы башланған 2022 йыл халҡыбыҙ һәм республикабыҙ өсөн бик ауыр ваҡыт булыр кеүек күҙаллана. Йылдың тәүге көндәрендәге Ҡаҙағстан ваҡиғалары һәм әлеге мәлдә Украина менән Рәсәй араһында хәрби көсөргәнешлек барлыҡҡа килеүе илгә генә түгел, барса донъяға хәүеф янауын раҫлай. Ошондай хәүеф бары тик АҠШ-тан һәм Көнбайыш Европанан ғына килмәй, ә ул беҙҙең Рәсәй иленең хәҙерге сәйәсәте менән дә бәйле. Рәсәйҙең эске сәйәсәте милли республикаларҙың киләсәге өсөн дә үтә хәүефле. Федераль властың дәүләт именлегенә, ил бөтөнлөгөнә яуапһыҙ ҡараған ҡайһы бер Рәсәй сәйәсмәндәренең күптәнге хыялына юл асыуы мөмкин. Был сәйәсәт Рәсәй субъекттарын эреләтеү менән бәйле. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, федераль үҙәктең яҡын киләсәктә Рәсәй төбәктәрен ҡыҫҡартыу планын ғәмәлгә ашыра башлауы мөмкин. Эреләтеүҙең төп эҙемтәһе – РФ республикалары дәүләтселеген юғалтасаҡ, Рәсәй элекке империя хәленә ҡайтасаҡ. Бындай ҡатмарлы сәйәси ситуацияла башҡорт халҡы һәм йәмәғәтселеге ошондай антиконституцион сәйәсәткә протест белдерә. Федерализм принциптары тейелгеһеҙ ҡалырға, яңы проекттар Рәсәй Конституцияһына ярашлы төҙөлөргә тейеш. «Башҡортостан ватансылары” ойошмаһы республика дәүләтселеген яҡлауҙы һәм һаҡлауҙы яуаплы һәм изге эш тип иҫәпләй. Башҡа мәсьәләләрҙән башҡорт халҡы һәм йәмәғәтселеге өсөн иң мөһиме булып хәҙерге ваҡытта тел яҙмышы тора. “Тел бөтһә - халыҡ та бөтә», «Теле юҡтың – иле юҡ!» - халҡыбыҙ фекере хаҡ. Һуңғы ваҡытта Башҡортостанда башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ функциялары юҡҡа сыҡты. Уның сәбәптәрен асыҡлап, «Башҡортостан ватансылары” ойошмаһы 2021 йылдың 14 декабрендә (башҡорт теле көнө) баҫылған мөрәжәғәтендә яҙып сыҡҡайны. Башҡортостанда дәүләти башҡорт телен ҡурсалаған берҙән бер «Башҡортостан халыҡтарының телдәре тураһында» тигән закон бар, әммә ул да ысынбарлыҡта эшләмәй. 2020 йылда ул законға байтаҡ ҡына төҙәтмәләр, үҙгәрештәр индерелде, һәм уның күп кенә статьялары йомшартылды. Мәҫәлән, быға миҫал итеп закондың ҡайһы бер положениеларын, статьяларын атап үтеп була. Республиканың муниципаль һәм дәүләт власы органдарында башҡорт телен рус теле менән бер рәттән ҡулланыу мөмкинлеге генә теркәлгән, ә зарурлығы түгел (10 статья 1 пункт). Шулай ҙа закон башҡорт халҡының мәнфәғәттәрен сағылдыра һәм, билдәле бер кимәлдә булһа ла, дәүләти башҡорт телен ҡурсалай. Закон буйынса башҡорт милләтенән булған һәр граждан район, ҡала муниципаль һәм республика власы органдарына башҡорт телендә мөрәжәғәт, ялыу, ғариза һәм хат яҙа ала. Власть органдары яуапты шул уҡ телдә бирергә тейеш (13 статья, 4-5 пункт). Үкенескә ҡаршы, закондың был статьяһы менән положениеһы власть органдары тарафынан үтәлмәй. Улар башҡорт телендә яҙылған хаттарҙы, мөрәжәғәттәрҙе, ялыуҙарҙы ҡабул итһәләр ҙә, яуапты рус телендә бирә. Мәҫәлән, республика Башлығы хакимиәтенән беҙҙең ойошма тарафынан яҙылған мөрәжәғәттәргә гел рус телендә яуаптар килде. Ул ғына ла түгел, беҙҙең Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайының башҡарма комитеты (БДБҠ БК) ла башҡорт телендә яҙылған хаттарға русса яуап ебәрә. Әгәр ошо БДБҠ БК ла шундай үрнәк күрһәткәс, башҡа башҡорт милли баҫмалары, учреждениелары, нәшриәттәре хаҡында яҙып тороуҙың бер кәрәге лә юҡ. Ғөмүмән, телде ҡурсалауҙы ана шул учреждениеларҙан, нәшриәттәрҙән, баҫмаларҙан башларға кәрәк. Закондың 6 - сы статьяһында дәүләти рус һәм башҡорт телдәренең тиң хоҡуҡлы рәүештә ғәмәлгә ашырылыуын тәьмин итеү нормаһы теркәлгән. Шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай, даими комитет, комиссия ултырыштарында, парламент тыңлауҙарында һәр бер депутатҡа дәүләти башҡорт телендә сығыш яһау хоҡуғы бирелгән (10 статья 2 пункт). Республика Башлығына ла дәүләт телдәрен белеү кәрәклеге нығытылған (10 статья, 4 пункт).