TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
Post content
Post content
Башҡорт йәмғиәте 7. Башҡорттар, тирә-яҡта башҡортса аңламаған кешеләр булғанда ла, бер ҡасан да үҙ туған телендә һөйләшеүҙән оялырға тейеш түгел. Йыш ҡына ун башҡорт торған ергә бер урыҫ килһә, шунда уҡ, бөтәһе лә урыҫсаға күсә. Был — мотлаҡ түгел. Әгәр һеҙ икенсе башҡорт менән башҡортса һөйләшә башлағанһығыҙ икән, һәм эргәлә башҡорт телен белмәгәндәр булһа ла, улар өсөн генә башҡа телгә күсеү кәрәкмәй. Һеҙ бер кемгә лә зыян килтермәйенсә, үҙегеҙҙең эске аралашыуығыҙҙы алып бараһығыҙ. Бының өсөн бер кемгә лә аңлатма биреү ҙә кәрәк түгел. Был бигерәк тә Башҡортостанда йәшәгән башҡорттарға ҡағыла.