TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
Post content
Post content
Башҡорт йәмғиәте 8. Атайҙар үҙ улдарын спорт секцияларына бирһен, сөнки малайҙар - ир-егет булып үҫеүе зарур. Башҡорт ир балаһы бәләкәйҙән үҙ-үҙен, ә үҫкәс — ғаиләһен, халҡын яҡларға өйрәнергә тейеш. Эйе, ҡайһы бер балаларҙың музыка, сәнғәт, фәнгә һәләттәре булыуы ихтимал — уларҙы мотлаҡ үҫтерергә кәрәк. Беҙ бары тик көрәшселәр милләтен үҫтерәйек, тип әйтмәйбеҙ. Әммә һәр башҡорт балаһы үҙ-үҙен яҡлай алырға һәм сәләмәт тормош рәүеше алып барырға тейеш.