TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
← Башҡорт теле
Башҡорт теле avatar

TGINSIGHT POST

Post #16

@bashkort_tele

Башҡорт теле

Views182Post view count
PostedFeb 502/05/2022, 09:23 AM
Post content

Post content

Юғарыла күрһәтелгән закон статьяларының һәм положениеларының ғәмәли үтәлеүе күптәрҙә икеләнеү тыуҙыра. Мәҫәлән, закондың 10-сы статьяһын ҡарайыҡ. Унда дәүләт телдәренең ҡулланылыуы тураһында яҙылған. Статья буйынса рус теле менән бер рәттән дәүләти башҡорт телен дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарында ҡулланырға мөмкин, тип күрһәтелгән. Ошо норманы республикабыҙҙың көнсығыш, көньяҡ – көнсығыш, төньяҡ – көнсығыш райондарында бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ ғәмәлгә ашырырға мөмкин: унда йәшәгән халыҡтың күпселеге башҡорттар һәм урындағы муниципаль власть һәм үҙидара органдарында ла күп осраҡта беҙҙең милләттәштәр ултыра. Бер-ике йыл элек ул яҡта башҡорт теленең район муниципаль власть органдарында ҡулланылыуы тураһында ишетелеп ҡалғайны. Район, ҡала башлыҡтарының оперативкаларҙы башҡортса алып барыуҙары, башҡорт телендә мөрәжәғәт, ялыу, ғариза ҡабул итеүҙәре, йыйылыштарҙа, ултырыштарҙа башҡортса сығыш яһауҙар булып алғайны. Әммә уларҙың даими рәүештә дәүләти башҡорт телен ҡулланыуы тураһында мәғлүмәттәр әлегә юҡ. Был райондар, ҡалалар хакимиәттәрендә рус теле өҫтөнлөк итә. Дәүләт власы органдарына килгәндә, 2020 йылдың көҙөндәге хөкүмәт ултырышында бер тапҡыр ғына башҡорт телендә вице-премьер Ф.М.Йәғәфәров сығыш яһаны. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа ла рәйес К.Б.Толкачевтың ҡушыуы буйынса бер депутат башҡорт телендә доклад һөйләгәйне. Ләкин һуңынан былар барыһы ла онотолдо. Хәҙерге ваҡытта республика дәүләт власы органдарының бер генә ултырышында ла башҡорт теле ҡулланылмай. Был мәғлүмәттәрҙең барыһы ла «Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” тигән закондың (6 статья) үтәлмәүен иҫбатлай. Закондың 14-се статьяһында дәүләти телдәрҙең (рус һәм башҡорт) рәсми делопроизводствола ҡулланыу тәртибе теркәлгән. Уны ғәмәлгә ашырыу өсөн башҡорт телен делопроизводствоға индереү тураһында айырым закон ҡабул итеү кәрәклеге лә билдәләнгән. Закон буйынса дәүләти башҡорт телен ҡулланыу мөмкинлеге тик башҡарма һәм вәкәләтле власть органдарының эшмәкәрлеге менән генә сикләнмәгән. Уны суд производствоһында ла, нотариатта ла ҡулланырға мөмкин( 16-17 статья). Айырыуса транспорт, энергетика, элемтә, сәнәғәт (промышленность) өлкәләрендә дәүләти башҡорт телен ҡулланыу мөмкинлеге (19-сы статья) башҡорт йәмәғәтселеге һәм халҡы өсөн бик мөһим. Әгәр ҙә республика хөкүмәте был өлкәләрҙә лә законды ғәмәлгә ашырһа, ул саҡта беҙ Башҡортостандың ғәмәли үҙаллылығын аҙ булһа ла тойор инек. Хәҙерге мәлдә тик Өфөлә генә транспорт өлкәһендә дәүләти башҡорт теле ҡулланыла. Ҡала автобустарында туҡталыштар, автовокзал, тимер юл вокзалындағы рейстар ике дәүләт (башҡорт һәм рус) телендә иғлан ителә. Әммә республиканың барса ҡалаларында һәм райондарында ла ошо норманы үтәү ҡағиҙәгә әйләнмәгән. Ҡайһы бер ҡалаларҙың автовокзалдарында рейстар рус телендә генә иғлан ителә (мәҫәлән, Күмертау ҡалаһы һәм башҡалар). Автостанцияларҙа рейстар ике дәүләт телендә иғлан ителмәгәс, ҡала йәмәғәт транспортында шул уҡ хәл инде. Закондың 21-се статьяһына иғтибар итмәйенсә булмай. Унда географик объекттарҙың, юл һәм башҡа күрһәткестәрҙең дәүләти башҡорт һәм рус телдәрендә дөрөҫ яҙылыу кәрәклеге теркәлгән. Был статья ла урындағы муниципаль власть органдары һәм төрлө юридик, физик шәхестәр тарафынан боҙола. Байтаҡ урындарҙа ауыл, йылға исемдәре күрһәткестәрҙә тик русса ғына яҙыла. Мәҫәлән, Ағиҙел менән Ҡариҙел йылғалары атамалары күрһәткестәрҙә “Белая” һәм “Уфа”, тип кенә яҙылып ҡуйылған. Ана шундай хаталы күрһәткестәр республикала етерлек. “Законды боҙған өсөн кем яуаплылыҡ тота?” – тигән һорау тыуа. Әлбиттә, иң беренсе сиратта был өлкәлә хөкүмәт менән урындағы муниципаль власть органдары яуаплы. Улар законды боҙған өсөн ошо закондың 25-се статьяһы нигеҙендә юридик һәм физик шәхестәрҙе яуапҡа тарттырырға тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика хөкүмәте (премьер-министр А. Назаров) ошо законды ғәмәлгә ашырыу барышын контролдә тотмай. М.Ғ.Рәхимов президент булған осорҙа терминологик комиссия эшләй ине. Уның етәкселегендә урындарҙағы комиссиялар башҡалабыҙ Өфөлә, башҡа ҡала һәм ҡасабаларҙа урам, ойошмалар, сауҙа учреждениелары һ.б.