TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
Post content
Post content
Дин 3. Бөгөн башҡорттар араһында үҙҙәрен мосолман тип һанаған, әммә Ислам ҡағиҙәләрен тулыһынса үтәмәгәндәре лә күп. Улар сабый саҡта мосолман йолаһы буйынса исем ала, никах уҡытып өйләнешә, йылына бер тапҡыр өйҙәрендә аят уҡыталар (Ҡөрьән ашы), яҡындарын Ислам йолаһы буйынса һуңғы юлға оҙаталар. Әммә улар биш ваҡыт намаҙ уҡымай, ураҙа тотмай, зәкәт бирмәй, хаж ҡылмай. Улар донъяуи йәшәйеш менән йәшәй. Бындай туғандарға, дуҫтарға Исламға яҡынайырға ярҙам итеү — көсләп түгел, ә аңлатыу, өгөт-нәсихәт аша башҡарырға бурыслыбыҙ.