TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
← Башҡорт теле
Башҡорт теле avatar

TGINSIGHT POST

Post #17

@bashkort_tele

Башҡорт теле

Views222Post view count
PostedFeb 502/05/2022, 09:23 AM
Post content

Post content

шундай объекттар исемдәренең алтаҡталарҙа башҡортса-русса дөрөҫ яҙылыуын даими тикшереп барҙы. Ә хәҙер был өлкәлә ундай эш бөтөнләйе менән һүнеп ҡалды. Хөрмәтле ватандаштар һәм милләттәштәр ! Юғарылағы мәғлүмәттәр нигеҙендә беҙҙең ойошма һеҙҙән республика етәкселегенә түбәндәге талаптар менән мөрәжәғәт итеүегеҙҙе һорай. 1. Республикабыҙҙың «Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” тигән законының эшләмәүен иҫәпкә алып, башҡорт теленең Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ аяныслы хәлдә ҡалыуын, уның дәүләти функцияларының юҡҡа сығыуын рәсми рәүештә танырға. 2. Башҡортостан Хөкүмәтенә «Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” тигән республика законын ғәмәлгә ашырыу буйынса айырым ултырыш уҙғарып, тейешле ҡарарҙар ҡабул итергә һәм уларҙың үтәлешен күҙәтеү, контролдә тотоу буйынса комиссия төҙөргә. 3. Республикабыҙҙың башҡорттар компакт рәүештә йәшәгән барса райондарында, ҡалаларҙа дәүләт башҡорт теленең урындағы үҙидара һәм муниципаль власть органдарында рус теле менән бер рәттән дәүләти функцияларын тәьмин итеү маҡсатында, власть, муниципаль һәм үҙидара органдары ултырыштарын, йыйылыштарын, оперативкаларҙы башҡорт телендә үткәреүҙе, башҡортса ялыуҙар, мөрәжәғәттәр, ғаризалар ҡабул итеүҙе, делопроизводствоны башҡорт телендә алып барыуҙы ойошторорға. 4. Дәүләти башҡорт теленең, рус теле менән бер рәттән, республика дәүләт власы органдарында (мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт министрлыҡтары һ.б.) мөмкин булғанса ҡулланылыуын тәьмин итергә. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың һәр сессияһында депутаттарҙың һәм Хөкүмәт ултырыштарында вице-премьерҙың йәиһә башҡа вазифалы кешеләрҙең башҡорт телендә сығыш яһауҙарын даими ҡулланырға. 5. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға дәүләти башҡорт телен рәсми делопроизводствоға индереү тураһында закон ҡабул итергә. 6. Республика Хөкүмәтенә, урындарҙағы район, ҡала муниципаль хакимиәттәренә дәүләти башҡорт теленең транспорт өлкәһендә ҡулланылыуын ғәмәлгә ашырыу маҡсатында автовокзалдарҙа, тимер юлы вокзалдарында һәм ҡала йәмәғәт транспортында рейстарҙы, туҡталыштарҙы ике (рус һәм башҡорт ) дәүләт телдәрендә иғлан итеүҙе контролгә алырға. 7. Географик объекттарҙың, ауыл, ҡала, ҡасаба, йылға исемдәренең дәүләти башҡорт һәм рус телдәрендә дөрөҫ яҙылыуын тикшереү буйынса Башҡортостан Хөкүмәте эргәһендәге терминологик комиссияның һәм урындарҙағы комиссияларҙың эшмәкәрлеген тергеҙергә. 8. Республика Башлығы Р.Ф. Хәбировҡа, уның Башҡортостан Республикаһының иң юғары вазифаһын биләүсе кеше булараҡ, масса-күләм мәғлүмәт сараларында (радио, телевидение) республиканың ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади хәле тураһында башҡорт телендә сығыш яһауын, интервью биреүен башҡорт йәмәғәтселегенең һорау-талабы рәүешендә еткерергә. Мөрәжәғәт 2022 йылдың 3 февралендә ҡабул ителде «Башҡортостан ватансылары» республика йәмәғәт ойошмаһы