TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
← Башҡорт теле
Башҡорт теле avatar

TGINSIGHT POST

Post #171

@bashkort_tele

Башҡорт теле

Views1,380Post view count
PostedAug 308/03/2025, 05:01 AM
Post content

Post content

Дин 7. Исламда иҫерткес эсемлек — харам. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы быуатта совет тәрбиәһе арҡаһында башҡорттар араһында алкоголгә ҡараш үҙгәрҙе, һәм ул халҡыбыҙҙың ысын фажиғәһенә әйләнде. Алкоголь ҡулланған башҡорт үҙенең рухи йөҙөн юғалта, бығаса ғорур һәм көслө булып танылған кеше - көсһөҙ һәм ихтыярһыҙ затҡа әйләнә. Башҡорт ғаиләләре емерелә, енәйәттәр ҡылына, кешеләр алкоголь ҡолона әүерелә. Алкогольгә ҡаршы көрәш иман һәм Ислам ҡиммәттәрен таратыу аша алып барылырға, һәм был көрәш — туҡтауһыҙ һәм ҡаты булырға тейеш.