Post content
Дин 8. Башҡортостан ҡалаларында алкоголде ирекле, асыҡ рәүештә һатыуҙы туҡтатыу, уны бары тик махсус кибеттәрҙә, билдәләнгән ваҡыт эсендә генә һатыуҙы тәьмин итеү кәрәк. Башҡорт ауылдарында алкоголде һатыу тулыһынса тыйылырға, өйөнән спиртлы эсемлек һатыусылар менән көрәш иғлан ителергә тейеш. Бындай көрәште Ислам руханиҙары башлай ала - улар алкоголь һатылған йорттарға инергә лә, унда дин йолаларын үтәргә лә тейеш түгел. Ауыл халҡына аңлашылып торһон өсөн, спирт һатыусы ғаиләнең йәмғиәттән ситләтелгәнен күрһәтергә кәрәк. Ошо юл менән башҡорттарҙа был яман ғәҙәткә ҡарата нәфрәт һәм ҡырҡа кире ҡараш тәрбиәләнәсәк. Әгәр ҙә бер мулла аҡса өсөн шундай йортҡа барып, Ислам йолаларын үтәргә әҙер булһа — ул мулла Ислам өммәтенән хурлыҡ менән ҡыуылырға тейеш.