TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
Post content
Post content
Дин 9. Совет дәүерендә башҡорт халҡына динһеҙлек һәм атеизм көсләп тағылды. Башҡорттар Исламдан алыҫлашып, рухи яҡтан көсһөҙ халыҡҡа әүерелде. Был хәл, башҡалар менән бер рәттән, үҙ-үҙеңә ҡул һалыу осрағы артыуында ла сағылыш тапты. Шуға күрә боронғо традицияларҙы тергеҙеп, үҙ-үҙенә ҡул һалған башҡорт мөсөлман йолалары менән ерләнмәҫкә тейеш. Шулай уҡ, үҙен үҙе үлтергән кешеләрҙе Аллаһы Тәғәлә насибы менән донъя ҡуйған мосолмандар янына ерләүҙе тыйыу, улар өсөн зыяраттың ҡалған өлөшөнән сикләнгән, айырылған биләмә булдырыу - халыҡ араһында мәңгелек яза һәм ҡурҡыу тойғоһо тыуҙырып, башҡорттарҙы был ҡурҡыныс аҙымдан тыйыусы психологик фактор булып хеҙмәт итер.