Post content
"Башҡортостан ватансылары" республика йәмәғәт ойошмаһының башҡорт йәмәғәтселегенә һәм халҡына М Ө Р Ә Ж Ә Ғ Ә Т Е Хөрмәтле милләттәштәр һәм ватандаштар! Барығыҙға ла мәғлүм булыуынса, былтыр 2021 йылдың 11 октябрендә Өфөнөң С.Юлаев һәйкәле янында башҡорт йәмәғәтселек әһелдәре һәйкәлде ҡурсалау буйынса флэшмоб ойошторғайны. Акция ваҡытында ниндәйҙер бер Арслан Ниғмәтйәнов тигән бер блогер провокация яһаны. Ул тәүҙә флэшмобда ҡатнашҡан кешеләргә провокацион һорауҙар бирҙе, һуңынан уларҙың суверенитетты ҡайтарыуҙы талап итеп яҙылған плакатты тартып алды. Ә инде башҡорт активистары лозунгтың ҡайтарып биреүен талап иткәс, ул рюкзагынан перцовкалы газ баллоны сығарҙы ла, уларҙың йөҙҙәренә һиптертте. Һөҙөмтәлә бер унлап кешенең һаулығына зыян килтерелде. Ике ир кешенең күҙҙәре ныҡ зарарланды. Ә ҡайһы берәүҙәре тамаҡтары, тын алыу органдарының ауыртыуынан интекте. Ә шул хәлде күргән полиция хеҙмәткәрҙәре бер нәмә лә булмағандай ҡарап тик торҙо. Бер ҡатын ғына улар янына барып , енәйәтсене күрһәткәс , тегеләр был провокатор янына килде һәм һорауҙар бирә башланы. Полиция хеҙмәткәрҙәре шул көндө лә, иртәгеһенә лә был А.Ниғмәтйәновты ҡулға алманы. Ә уның һиптергән газынан зарар күргәндәргә тиҙ медицина ярҙамы саҡыртырға тура килде. Һуңынан ғына улар был енәйәт буйынса полицияға ғариза яҙып бирҙе. 2021 йылдың ноябрь айында интернет сайттарында блогер А.Ниғмәтйәновҡа енәйәт эше асыу тураһында мәғлүмәт күренә башланы. Ләкин һуңынан ишетеүебеҙсә, урындағы махсус хеҙмәттәр баҫымы арҡаһында ул эш туҡтатылды. Башҡорт йәмәғәтселек әһелдәре тағы ла был мәсьәлә буйынса РФ-ның Генераль прокуратураһына коллектив мөрәжәғәт ебәрҙе. Үкенескә ҡаршы, уның буйынса ла урындағы хоҡуҡ һаҡлау органдары А.Ниғмәтйәновты язаға тарттырманы. Был хәлдән һуң блогер А.Ниғмәтйәнов ютб каналында видеосығыштар яһай башланы. Үҙенең һәр бер сығышында ул башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙан көлде, халыҡ ара дуҫлыҡты, йәмәғәт ойошмаларын фашизм менән тиңләне. Был сығыштары өсөн ул экстремизм өсөн ҡаралған яуаплылыҡҡа тарттырылырға тейеш. ХӨРМӘТЛЕ ВАТАНДАШТАР , МИЛЛӘТТӘШТӘР ҺӘМ ЙӘМӘҒӘТ ЭШМӘКӘРҘӘРЕ ! "Башҡортостан ватансылары" республика йәмәғәт ойошмаһы яңыраҡ провокатор А.Ниғмәтйәнов буйынса һорауын үҙенең онлайн ултырышында ҡараны. Күптәр был мәсьәләне былай ғына ҡалдырырға ярамағанлығын аңланы һәм уны нисек кенә булһа ла тейешле язаға тарттырыу өсөн бөтә сараларҙы күрергә кәрәк икәненә төшөндө. Бындай аналог хәл һуңғы ваҡытта Красноярск крайында ла булған. Унда ниндәйҙер бер Артем Загребельный тигән гражданинды ФСБ хеҙмәткәрҙәренә ҡаршы газ һиптерткәне өсөн 6 йылға хөкөм иткәндәр. Шулай итеп, беҙгә хәҙер бөтә власть инстанцияларына блогер А.Ниғмәтйәновты ҡылған енәйәттәрее өсөн язаға тарттырыуҙы талап итеп, хаттар, ялыуҙар, мөрәжәғәттәр, хәбәрҙәр ебәрергә кәрәк. Айырыуса ул хаттарҙың, ялыуҙарҙың күбеһен РФ-ның Генерал прокуроры И.В.Красновҡа, Эске эштәр министрлыгының етәксеһе В.Колокольцевҡа яҙығыҙ һәм ебәрегеҙ. Хатҡа ютубтағы сығыштарынын яҙмаһы менән дискта һалырға онотмағыҙ. Шулай уҡ бындай хаттарҙы Президент В.В.Путинға ла ебәрһәгеҙҙә артыҡ булмаҫ. Контакттар; РФ, г. Москва, инд 119991 , ул. Житная - 16. Министру МВД РФ В.Колокольцеву, эл. почта [email protected] РФ, г. Москва .инд. 125993, ул. Б.Дмитровка - 15А/1 Генеральному прокурору РФ И.В.Краснову. эл. почта [email protected] "Башҡортостан ватансылары" республика йәмәғәт ойошмаһы исеменән яуаплы сәркәтип Ирек Әбделхаҡ улы Агишев