Post content
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА БАШЛЫҒЫ Р.Ф.ХӘБИРОВҠА КОЛЛЕКТИВ МӨРӘЖӘҒӘТ Һаумыһығыҙ, Радий Фәрит улы ! Беҙ йәмәғәтселек әһелдәре һеҙгә ябай Башҡортостан граждандары позицияһынан дәүләт башҡорт телендә мөрәжәғәт итәбеҙ. Яңыраҡ 5 февральда бөтә интернет сайттарында «Башҡортостан ватансылары» республика йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостандағы башҡорт халҡына һәм йәмәғәтселегенә адресланған мөрәжәғәт баҫылып сыҡты. Ул мөрәжәғәттә «Башҡортостан ватансылары» ойошмаһы «Башҡортостан халыҡтарының телдәре тураһында» законының мәсьәләләрен күтәргән. Закон әлеге ваҡытта ғөмүмән эшләмәй. 2019 — 2020 йылдарҙа ғына закон аҙыраҡ эшләгәйне. Республиканың хөкүмәт ултырышында һәм Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың сессияһында дәүләт башҡорт телендә сығыштар булды, республиканың ҡайһы бер район муниципаль хакимиәт органдарында оперативкалар башҡортса алып барылды. Ләкин һуңынан былар барыһы ла онотолдо. Хәҙерге ваҡытта башҡорттар компактлы булып йәшәгән күп кенә райондарҙа дәүләт башҡорт теле ҡулланылмай, бәғзе райондарҙа ҡулланылһа ла, унда рус теле менән бер рәттә тиң хоҡуҡлы рәүештә функцияланмай. Былар барыһы ла закондың 6 - сы статьяһын боҙоуҙы иҫбатлай. Был хәлдән сығыу өсөн беҙ мөрәжәғәттәге талаптарға, тәҡдимдәргә ҡушылабыҙ һәм тиҙ осраҡта был мәсьәлә буйынса хөкүмәттең ултырышын үткәреүҙе талап итәбеҙ. Ихтирам менән һеҙгә ("Башҡортостан ватансылары" республика йәмәғәт ойошмаһының президиум һәм идара ағзалары күрһәтелде) Яуапты " Башҡортостан халыҡтарының телдәре тураһында " законы нигеҙендә башҡорт телендә ебәреүгеҙҙе һорайбыҙ.