TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
Post content
Post content
Бәлки, керләнеп тә бөтөрмөн мин, Янған өсөн яла яғылыр. Ялған һыйыныр ер булмаһа ла, Яласылар әле табылыр. Тик намыҫты данға алыштырмам, Юҡ, алданмам арзан даныма. Мин яҙырмын ғәҙеллекте яҡлап, Ҡәләмемде манып ҡаныма. Һәр нәмәне халҡым зиһене менән, Халҡым күҙе менән күрермен. Әгәр кәрәк булһа, илем өсөн Ғәзиз ғүмеремде бирермен. Юҡ, теҙләнмәм ялған алдында мин! Маҡсатымдың иң, иң алыҫын Яҡын күрер күҙем. Һәм күҙемдә Балҡып яныр ғорур намыҫым!