TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
← Башҡорт теле
Башҡорт теле avatar

TGINSIGHT POST

Post #31

@bashkort_tele

Башҡорт теле

Views5,460Post view count
PostedFeb 1802/18/2022, 05:59 PM
Post content

Post content

Халыҡ шаулай: француздар Урмандарҙы ала вис! Француз әйтә: любезники, Һай, Хәбиров, маладис! Француз, француз инә, ти, Ҡортон алып килә, ти. Йәше-ҡарты бер тауыштан, Башҡа төштө бәлә, ти. Башҡорт балы, баҡтиһәң, Бик сифатһыҙ бал икән. Бер әпкәләй йыйылышта Тап бына шулай тигән. Француздарҙың яулығы Матур биҙәкле икән. Шул шәл-яулыҡтар артына Ирҙәр боҫорҙарм(ы) икән? Тултырылған тауыҡ кеүек Бирәмер (премьер) ярҙамсыһы. Ошо инде хөкүмәттең Иң ата ялғансыһы. Француздар морон һона Урмандарға-ҡалъяға. Беҙҙекеләр килеп ҡыҫҡас, Сығып ҡасһын далаға!