Post content
Радийға "любезники-любизар". "Башҡорт" һүҙен алып ташлап "Башҡорт бөрйән бал ҡорто"нан. "Среднерусская" тип атап Көлдөләр башҡорт халҡынан. Мин яҙғайным ҡаршы сығып, Провокатор! - тинеләр. Яҡлашманы башҡа халыҡ, Тимәк риза инеләр. Мин дә тындым, ярай инде, Башҡа бәхәс ҡорманым. Сөнки флешмоб булыр көндө, Унда бара алманым. Матур үтте флешмобтары Ишембай районында. Ҡабындымы осҡон тағы Башҡаларҙың уйында? Ҡалды ике аҙна ваҡыт "Француздың" һөжүменә. Рәхәт микән илде һатып Әрмәндәр кейәүенә? Бөрйәндәр нишләп йоҡлайҙар, Көйөргәҙе, Хәйбулла? Күгәрсендәр, Ғафуриҙар Һүҙ әйтһәләр ни була? Бәләбәйҙәр, Бишбүләктәр, Асҡын халҡы, Дүртөйлө. Ризамы ни һеҙ, иптәштәр, Нишләп тыныс Мәсетле? Дошман инә еребеҙгә, Асығыҙ күҙегеҙҙе! Бал ҡорто менән бергә Һаталар илебеҙҙе... Абай улы. (22.02.2022 йыл)