TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
Post content
Post content
Теләктәшлек Ҡай тарафта йәбер-золом күрәм, Ҡайҙа күрәм вәхшәт - Иҙеүсегә ҡаршы күңелемдә Баш ҡалҡыта нәфрәт. Йәберләнгән бар милләттәр миңә Бер туғандай яҡын. Ҡаным иҫләй сөнки, йөҙәр йылдар Иҙелеүҙең хаҡын. Кәмһетелгән, мәхрүм халыҡ менән Игеҙ төҫлө йәнем: Улар язаланһа, яфаланһа Һыҙлай минең тәнем. Йәлләдтәргә ләғнәт уҡыһалар Был да яҡшы таныш, Әйтерһең дә, халҡым ҡаяларға Соҡоп яҙған ҡарғыш. Иҙелгәндең зары, моңо, уйы Күңелемә яҡын, Сөнки башҡорт ерҙә азатлыҡтың Белә ысын хаҡын. Мәүлит Ямалетдин