Post content
Һин! Башҡортмо һин, әллә маңҡортмо? – Маңҡорт көйөнә гел йырлайһың. Маңҡортланып мине хурлайһың, Маңҡортланып минән урлайһың. Мин тигәнем – миңле ил генәм! – Тыуып-үҫтем башҡорт илемдә. Башҡорт көйөн әсәм көйләне, Атам-әсәм түле телемдә! Ә һин, алъйып алмыш еленән, Тешләп өҙҙөң әсәң имсәген. Шуға күр көҙөк иртәгәң, Өҙөк бөгөнгөң һәм кисәгең! Күпме көпләп диктант яҙһаң да Диктатлығың йомоп йөҙөңдән, Күҙ буярлыҡ ҡына башҡортһоң, Маңҡорт еҫе аңҡый үҙеңдән! “Лутчий башкир!” – тигән һиндәйҙе Башҡорт башын киҫәр батшалар. Һинең ҡулдан, бит, гел киҫтерткән, Баш күтәргән саҡта ҡашҡалар. Гимнын геүләп әллә кемеңдең, Киҫешәһең бөгөн телемде. Телә-телә башҡорт теләген, Һатып ашаның гел илемде! Ҡапҡан ҡалъяң ҡатып эсеңдә, Ҡанлы ҡоҫорһоң, йә сысырһың. Үҙең дә, бит, ҡанлы әбрәкәй! Маңҡортлоғо ҡанлы осорҙоң! “Башҡортмон!” тип күкрәк ҡағыуың – Маңҡортлоҡҡа ғына ишара. Ҡорой һинән Тормош Тирәге, Сәскә атыр гөлдәр ҡыуара. Йығат Султанов 30.04.2022.