TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
← Башҡорт теле
Башҡорт теле avatar

TGINSIGHT POST

Post #42

@bashkort_tele

Башҡорт теле

Views247Post view count
PostedMay 405/04/2022, 04:52 PM
Post content

Post content

БАШҠОРТ БУЛЫУ ӨСӨН БИК КҮП КӘРӘК (Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй... Р.Тойғон) Юҡ, туғаным, улай түгел дә ул, Башҡорт булыу үтә яуаплы. Башҡорт булыу өсөн бик күп кәрәк, Башҡорт булыуҙары сауаплы. Күпме беҙҙә, башҡорт була тороп, Башҡорт булып етлекмәгәндәр. Башҡортлоҡ тип, аҫыл заттарыбыҙ Күп кисергән, күпте күргәндәр... Башҡорт булыу өсөн бик күп кәрәк, Тәрән аҡыл кәрәк, хис кәрәк, Илде һаҡлар өсөн, яҡлар өсөн Ҡайнар йөрәк кәрәк, көс кәрәк! Башҡорт булыу үҙе изге бурыс – Яуызлыҡҡа ҡаршы торорлоҡ, Урал батыр һымаҡ, Урал илен Гөл баҡсаһы итеп ҡорорлоҡ! Рәшит Шәкүр.