TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
← Башҡорт теле
Башҡорт теле avatar

TGINSIGHT POST

Post #43

@bashkort_tele

Башҡорт теле

Views271Post view count
PostedMay 505/05/2022, 08:07 PM
Post content

Post content

Бөгөн Илнарыбыҙҙың яҡты донъяларҙан китеүенә 40 көн... Күҙ алдында һаманғаса тере кеүек ул. Үҙ күҙҙәрем менән табутта ятҡанын күрһәм дә, үҙ ҡулдарым менән Илнарҡайҙың башынан ҡосаҡлаһам да, барыбер ышанырлыҡ түгел... Инәһе лә, улым ана шылтыратыр, бына шылтыратыр кеүек тойола, шылтыратыуын көтөп тик йөрөйөм, ти. Был хәл ысынбарлыҡ түгел, яман төш кеүек. Уянып, Илнарҡайыбыҙҙың тере булыуына инанғы, уның баҫалҡы ғына итеп йылмайғанын, һәр һүҙен уйлап һөйләгәнен күрге, тыныс тауышын ишетке килә... Бынан ары һис ҡасан шылтыратмаҫын, яҙмаҫын, хәлдәрен һөйләмәҫен уйлаһаң, йөрәк ярылыр сиккә етә - яңы ғына йәшәй башлағайны бит ул нурлы балаҡай, ауылыбыҙ ғорурлығы! Нишләп былай килеп сыҡты һуң?! Быйыл улар йәйгеһен ауылда һөйөклө Айгизәһе менән туй үткәрергә тейеш ине бит, әммә шатлыҡлы тантана урынына Илнарҡай беҙҙе үҙенең һуңғы туйына йыйҙы. Их... был донъяларҙың үкенесле булыуы!.. Иртәгә Озерный урта мәктәбендә батыр ауылдашыбыҙ, хәрби офицер Илнар Иршат улы Байегетов хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ асыласаҡ, Учалыла афғансылар скверында ағас ултыртасаҡтар. Шул йыуаныс булһа ине лә бит беҙҙең өсөн, тик ҡайҙан һуң... Йөрәк әрней... йөрәк илай...