TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
Post content
Post content
ТОЙОЛОУ Донъя һуҡыр булған ерҙә Ғәрип күренә күҙле. Битһеҙҙәрҙең араһында Зәғиф тойола йөҙлө. Нишаналар араһында Ҡотһоҙ тойола камил: Иблистәрҙең доғаһына Фәрештә тота амин. Йәндәр имгәтелгән илдә Теүәл микән дүрт һаным? Аңы ҡылыйҙар янында Таҡ күренә йоптарым. Бирән араһында ҡаҡса Ҡалаҡһыҙ ҡалған кеүек, Күңеле һаңрау араһында Ҡолаҡһыҙ булам кеүек. Мин генәме, ер өҫтөндә Томһалана аяҙ күк, Ҡолаҡ ҡырҡып ауыҙ ямай Ҡалһа әгәр азат һүҙ... Танһылыу Ҡарамышева