TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
← Башҡорт теле
Башҡорт теле avatar

TGINSIGHT POST

Post #46

@bashkort_tele

Башҡорт теле

Views336Post view count
PostedMay 605/06/2022, 09:48 PM
Post content

Post content

Украина Ҡайһы тауға тиңләп ҡараһам да, Һүнмәй даны Урал тауының. Ошо данлы Уралыма ҡарап, Украина, һине һағындым. Украина! Һине мәңге һөйөр Хатта бер ҡат күргән кешеләр. Мин һаман да һине йәшлегем һәм Бәхетем итеп иҫкә төшөрәм. Күргәнем бар ҡырҙар. Тирбәтәләр алтын башаҡтарҙың дингеҙен. Ләкин барынан да бай тойола Украина ҡырының киңлеге. Эскәнем бар һыуҙар, тәмлеләрен Йылғаларҙан, күлдән, ҡойонан. Ләкин Украина йылғалары Барынан да тәмле тойола. Мин урмандар беләм, йөрөгәнем бар, Тыңлап шаулауҙарын, моңдарын. Ләкин бай ҙа, йырлыраҡ та һымаҡ Украинаның урманы. Ауыр ине йылдар. Килдек бында Ағиҙел һәм Волга ярынан. Бында, ҡайтырҙар тип көткән һымаҡ, Беҙҙе ҡаршы сығып алдылар. Ҡайһыбыҙҙың ҡалды Волга буйы, Ҡайһыбыҙҙың ҡалды Уралы. Беҙҙе икмәк-тоҙлап ҡаршыланы Тарас Шевченконың улдары. Йорт һораныҡ. Украина халҡы Беҙгә бейек, матур йорт һалды. – Икмәк! – тинек. Шул икмәккә ҡушып Мөхәббәтен бирҙе был халыҡ. – Һалҡын! – тинек, Ҡайнар йөрәгенән Беҙгә йылы бирҙе был халыҡ. – Ҡайнар! – тинек. Ҡояш аҫтарында Баҡса булып торҙо был халыҡ. Ете етем инек. Украина Беҙҙе үҙенә улдар яһаны. Һәм беҙ алыҫ Монастырищены Батькивщинабыҙ тип атаныҡ. Шул ерҙәрҙә дошман танкыһы атлай, Саң күтәреп алыҫ күктәргә. Гүйә, шул танкының ауырлығын Мин үҙ кәүҙәм менән күтәрәм. Шул ерҙәргә дошман, бомба ташлап, Бөтә матурлыҡты яндыра. Гүйә, шунда төшкән һәр бер бомба Минең йөрәгемдә ярыла. Дошман танкыһы Украинаның Ерен тапап йөрөгән сағында, Ташлар инем үҙенә йөрәгемде, Ул граната булып ярылһа Һәм мин беләм: миллиондарса ҡулдар Бер ҙур йоҙроҡ булып төйнәлгән. Дошман иҙелер. Бәхет, шатлыҡ ҡайтыр Аҡҡош кеүек һылыу өйҙәргә. Груша, слива тағы сәскә атыр, Киң яландар тағы йәшәрер. Һәм эсербеҙ әле сәйгә һалып Монастырищеның шәкәрен. Байрам булыр. Тағы йыйылырбыҙ Шевченконың ҡәбере өҫтөндә. Яулап алған оло тормош булып, Ҡыҙыл байраҡ торор елберҙәп! Рашит Нигмати 1941