Post content
Ураҙа айы бөтөп килгәндә генә, түҙмәй, ғаиләбеҙ менән бергәләп, йөрәкте әрнеткес мәсьәләгә ҡарата бәхәскә инергә тура килде. Эш шунда, Зубов ауылының беҙ йәшәгән Гарден ҡаласығында яңы мәктәп, уның янында Балалар баҡсаһы асылғайны. Ул Баҡсала 8 рус төркөмө асылып, бер бөртөк тә Башҡорт төркөмө юҡ ине. Башҡорт балалары бер төркөмлөк йыйылһа ғына асабыҙ, тип һуҙып йөрөнөләр башта. Нисек инде Башҡортостандың төрлө Башҡорт райондарынан килеп төпләнгән Өфө районында исмаһам 25 бала йыйылмаһын?! Әйткәндәй, был осраҡта, Башҡорт төркөмөн астырыуға документ менән, хоҡуҡтарыбыҙ йәһәтенән ярҙам иткән, Республиканың Ата-әсәләр комитетынан Рушания Сибәғәт ҡыҙы Нишановаға рәхмәтлебеҙ! Әммә, барыбер, Башҡорттарҙың мәшәүлеге һәм балаларын маңҡортлаштырырға теләгән теләктәре ҙур роль уйнаны. Ошо Гарден, Лайф 2 ҡаласыҡтары туп-тулы Башҡорттар булып та, ҡултамғалар йыйып, райондың мәғариф идаралығына барып, барыбер балалар тулмай, тип, мәктәп директорынан беҙгә шылтыратып, беҙ әҙерәк көтөп торорға үтенеп, саҡҡа-саҡҡа 30-ға яҡын бала табып ошо Башҡорт төркөмөн астырғайныҡ. 7 рус төркөмө араһында берҙән-бер Башҡорт төркөмө!..Унда ла төрлө йәштәгеләр бергә, йәғни, 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балалар бер төркөмдә...Улдарыбыҙ өсөн ҡыуанып шул төркөмгә өлкәнен йөрөтә башланыҡ. Тора-бара балалар һаны 40-ҡа етте. Ә башҡа рус төркөмдәрендә 50-55-шәр бала. Тик нишләптер барыбер, һуңыраҡ килгән, теләк белдергән Башҡорттарҙы 40-кешелек Башҡорт төркөмөнә алманылар, ә 53-55 кешелек рус төркөмдәренә тараттылар. Ә урыҫ исем-шәрифле, Башҡортса бөтөнләй аңламаған балаларҙы беҙгә тыға башланылар... Был кемдең ундай сәйәсәте булғандыр, уныһы беҙгә ҡараңғы, әммә баштан уҡ, Башҡортса аңламаған Башҡорт балалары арҡаһында төркөмдә тәрбиәселәргә ике телдә һөйләргә ҡуштылар. Быны мин шунан белдем, уҡыу йылы башында русса беҙҙең кеүек бер-ике ауыҙ ғына һүҙ белгән Ихтияр улыбыҙ, Баҡсала бөтә күргән-ишеткәнен, апайҙары нимә тип өйрәткәнен русса шыма һөйләй башланы. Тәрбиәселәренән Башҡортса һөйләшеүҙе талап иттек, уларҙың да ғәйебе юҡ инде, уларға өҫтән, ике телдә һөйләргә ҡушҡандар!🤦♂️ Нисек инде улар көнө буйы балаларға: "Һаумыһығыҙ" - "Здравствуйте", "Идем кушать" - "Ашарға киттек", "Идем на улицу" - "Урамға сығабыҙ" тип һөйләп йөрөй алһындар, етмәһә ул осраҡта барыбер тик русса әйтелгәне генә һеңәсәк балаға, Башҡортса берәй һүҙ әйтһәләр, быныһын аңламаным, русса әйткәнен көтәйем, тип торасаҡ бала. Күп балалар былай Башҡортса аңлаһалар ҙа, русса һөйләйҙәр ине инде, әммә Башҡорт төркөмө шуның өсөн асылған, балалар Башҡортсаға өйрәнһен өсөн, уҡыу йылы аҙағына ҡарай руссаға ҡарағанда Башҡортса күберәк һөйләй алһындар өсөн... Әммә, уҡыу йылы аҙағына еттек, һөҙөмтәлә, беҙҙең балалар нығыраҡ урыҫлашты. Ихтияр ябай ғына, эйе, юҡтарҙы ла, да, нетҡа алмаштырҙы... Шуны кисә кис, Азаматовичтың ваҡыты булғанда йөрәгем әрнеп һөйләп ултырғайным, бөгөн ул иртәнсәк Ихтиярҙы Баҡсаға алып барғанда, Баҡсаның мөдиренә ингән...Һәм: Нишләп беҙҙең балалар Башҡорт төркөмөнә йөрөп тә, русса тағы ла шымараҡ һөйләшә башланылар ул? - тигән һорауына, - ғаиләнән дә тора! - тигән яуап алған...🤦♂️🤦♂️🤦♂️🤦♂️ Әлбиттә, һис шикһеҙ, ғаиләнән тора...әммә башҡаларға ҡарағанда тап ошо тәрбиәсе һәм мөдир белә, беҙҙең, Байтимеровтар ғаиләһенең нисек ошо Башҡорт төркөмөн астырырға янып, директорҙар, идаралыҡтар араһында йүгереп йөрөгәнен, улар нығыраҡ белә, нисек Баҡсала Башҡорт мөйөшөнә ярты милли атрибутикаларыбыҙҙы күсергәнде, ниндәй милли бүләктәр бүләк иткәнде, Башҡорт Ҡыш бабайы булып, үҙебеҙҙең Башҡорт балаларына матур булһын өсөн ниндәй яңы Ҡыш бабай кейеме тапҡанды, төркөмгә "Аҡбуҙат" яҙҙырырға теләк белдергәнде, Башҡорт милли кейемдәре тектереү өсөн бағымсылар эҙләп янып йөрөгәнде, тап улар белә...һәм, уларса, имеш, беҙ өйҙә Ихтиярҙы үҙебеҙ русса өйрәтәбеҙ...Ҡайҙа бында логика? Азаматовичтың, ни өсөн төркөмгә русса исем-шәрифле, русса ғына һөйләшкән-аңлаған балаларҙы ҡуша башланығыҙ, тигән һорауына, мөдир: Ә һеҙ урыҫтарға ҡаршымы? - тип әйтә ти...🤦♂️🤦♂️🤦♂️ При чем беҙҙең урыҫтарға булған мөнәсәбәтебеҙ?! Бында һүҙ Башҡорт төркөмөндә тәрбиәләнеүсе Башҡорт балалары хаҡында