Post content
түгелме, ҡағиҙәгә ярашлы унда Башҡортса һөйләшергә, уҡытырға тейештәр...Беҙ урыҫтарға ҡаршы түгел, беҙ, ғөмүмән татарҙарға ла, әрмәндәргә лә, ҡытайҙарға ла ҡаршы түгел ул, улай булғас, әйҙәгеҙ, Башҡорт төркөмөнә төрлө миләтте алып килеп тыҡһындар ҙа, улар аңлаһын өсөн, уларҙың төрлө телендә һөйләшһендәр?! 🤦♂️ Баштан уҡ, мәғариф идаралығында, был Башҡорт төркөмөндә "Не изучение, а обучение на Башкирском языке" буласаҡ тип һөйләшелде бит инде, нишләп хәҙер, хатта изучение түгел, ә урыҫлаштырыу бара??? Был бәхәстең аҙағында аңлаштылар, әлбиттә, яңы уҡыу йылына, тик Башҡорттарҙың ғына балаларын ҡабул итергә, тип...Тәрбиәселәребеҙ ҙә тик Башҡорттар, матур итеп үҙ телебеҙҙә һөйләшә беләләр, әммә уларға бына шундай йөкләмә биргәндәр..тәржемә менән һөйләргә...🤷♀️ Әммә, ошо урында миндә тағы бер һорау тыуа...☝ Төркөмдө астырғанда ҡултамғалар ҡуйған ҡайһы бер ғаиләләрҙең балалары урыҫ төркөмдәрендә йөрөй, быны нисек аңларға? Ошо ике ҡаласыҡта шабырҙап торған Башҡорттар, нишләп һеҙҙең балаларығыҙ рус төркөмдәренә йөрөй? Аңлайым, балағыҙҙы ҡайһы төркөмгә йөрөткөгөҙ килә, ул һеҙҙең хоҡуҡ...Әммә, Башҡорт теле бөтөп бара, тип мыжығандарға күбегеҙ ҡушылып мыжыйһығыҙ, күбегеҙ бюджетта эшләй, шуның арҡала төрлө милли, телгә ҡағылышлы сараларҙа ҡатнашып, милли кейем көндәрендә күкрәк киреп милли кейем кейгән фотоларығыҙҙы, диктант яҙған көндө, башығыҙҙы ғорур күтәреп яҙып ултырған, сертификат алған фотоларығыҙҙы, башҡа милли сараларҙан фотоларығыҙҙы интернет тултырып маҡтанып һалаһығыҙ, ә ҡайҙа һеҙҙең ысын милли рухығыҙ, ул һеҙҙең ҡайһы тирәләрегеҙҙә һаҡлана ул, ни өсөн балаларығыҙ рус төркөмдәрендә йөрөй? Ошо күпселек Башҡорттарҙан торған ҡаласыҡта тулыһынса булмаһа ла, исмаһам, 4 Башҡорт төркөмө, 4 башҡаһы булырға тейеш ине...ә бында, хатта бер төркөмгә лә беҙҙҙекеләрҙе тултыра алмай, башҡа милләтте ҡыҫтырырға, башҡа телдә һөйләштерергә мәжбүрҙәр...😔 Мин өмөтһөҙ ғәжәп итәм... Әммә, беҙ еңелмәнек әле! Артабан да берҙән-бер Башҡорт төркөмөн урыҫлаштырыу барһа, алда беҙҙе Мәғариф идаралығы, Мәғариф министрлығы, Хөкүмәт идаралыҡтары тупһалары көтә...👊 Һеҙ беҙҙең менәнме? Таңсулпан Рәсүл