TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
← Башҡорт теле
Башҡорт теле avatar

TGINSIGHT POST

Post #53

@bashkort_tele

Башҡорт теле

Views401Post view count
PostedMay 1005/10/2022, 05:16 AM
Post content

Post content

ҒӘФҮ ИТЕГЕҘ, АҒАЙҘАР?! Башҡорт башын башҡорт ашай... Арыным орандарҙан. Башымды нисек күтәреп Үтәйем урамдарҙан?! Бармаҡ төртөп күрһәтәләр, Үҙ башҡортоң бит, тиеп. Йөрөргәме ни һәр ваҡыт Баштарҙы түбән эйеп. Кәңәш ҡорҙоҡ. Файҙаһынан Күберәк булды зыяны. Халыҡ ғәмен хәстәрләүсе Бер табынға һыйманы. Үҙеңдеке - үҙеңә яу... Шулай үткәнме ҡорҙар?! Килер бер көн: Халҡың өсөн Ни ҡылдың, тип һорарҙар. Һәр замандың – үҙ хитабы, Үҙ ханы һәм үҙ ҡоло. Китапҡа – хандар яҙыла, Тарихҡа – Халыҡ улы. Ғәфү итегеҙ, Ағайҙар, Халыҡ күргәнен һөйләй. Түргә ултырған берегеҙ Башҡалар көйөн көйләй. Үҙебеҙсә уй уйларға Ярамаймы ни хәҙер?! Йә, ҡасандан башҡорт башын Башҡорт ашарға әҙер?.. Әпкәләйҙәр булған, әммә Һатлыҡ булмаған халҡым. Шуға һаман эсебеҙ ҙә, Тышыбыҙ ҙа ут-ялҡын. Күтәрелә лә сығабыҙ, Быуғанда ғәҙелһеҙлек. Ятһа, тулы кеҫәләрҙә Йоҡлап ята ғәмһеҙлек. Быумағыҙ Һеҙ – юл бирегеҙ, Ышанығыҙ халыҡҡа. Кем тыңлар һеҙҙе, Кем һанлар, Ғәмлеләрҙе, бикләп ҡуйып, Әйләндергәс һарыҡҡа?! Башҡорт булыуы ҡыйын, тип, Ҡабатлайыҡмы тағын?! Аҫылдарҙың атылған йә Дарға аҫылған сағын?! Халыҡ күргәнен һөйләй шул, Халыҡ һөйләй белгәнен. Йөрәгенә Ҡот булып та, Ут булып та һеңгәнен. Шул утты һүндермәк булып, Ҡыланыуығыҙ – ауыр... Илегеҙгә, ерегеҙгә, Булмағыҙсы ят бауыр?! Ғәфү итегеҙ, Ағайҙар, Булайыҡ әле берҙәм. Юғиһә, хатта минең дә Башты алып ҡасҡы килә Илде яҡлар хандары ла, Илде һаҡлар улдары ла Ҡандар көҫәгән ерҙән. Ғәлиә Кәлимуллина