TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
← Башҡорт теле
Башҡорт теле avatar

TGINSIGHT POST

Post #54

@bashkort_tele

Башҡорт теле

Views408Post view count
PostedMay 1105/11/2022, 02:46 PM
Post content

Post content

ӨМӨТ Ҡарҡылдамай бер ҡарға ла, Суҡышында ҡор булһа: Туя белмәҫ тамағына, Боғаҙына ҡол булһа. Сәңкелдәмәй бер көсөк тә, Уртында һөйәк булһа, Туйҙырған йылы ояһы Ҡәҙерле төйәк булһа. Һарыҡ йөкмәр бер бүре лә Олойом тип йолонмаҫ. Ҡалъя бүлгән батшаһына Бер вәзир ҙә йоғонмаҫ. Шул дәүерҙе лә үткәрҙек, Быныһын да үтербеҙ: Януарлыҡтан азат булған Ватан булып үҫербеҙ. Танһылыу Ҡарамышева