TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
← Башҡорт теле
Башҡорт теле avatar

TGINSIGHT POST

Post #55

@bashkort_tele

Башҡорт теле

Views474Post view count
PostedMay 1505/15/2022, 08:11 PM
Post content

Post content

ҺУҢ ИНДЕ, ҺУҢ Һуң инде һуң... Туйҙар үткәс, Ниңә дөмбөр ҡағырға? Аштар бешкән...Тик ниңә һуң Усаҡҡа ут яғырға? Һуң инде, һуң... Ниңә кәрәк, Байрам үткәс, барабан? Каруан киткән... Ләңкей-ләңкей Ниңә саба ҡабаған? Мунса уҙған... Ниңә кәрәк Мейескә һаман утын? Ҡояш батҡас, хәйерле таң! - Күҙгә төйөлгәс йоҡоң? Мал урланған... Һуң инде, һуң Инде ҡапҡа бикләргә. Ҡараҡ ҡасҡан... Һуң инде, һуң Төйнәп йоҙроҡ һелтәргә. Бирәһе ҡорбан бирелгән... Яу үткәс, ҡулда ҡорал! Ер-әсәне тетрәндереп, Улдарын ерләй Урал... Танһылыу Ҡарамышева