Post content
Йәмәғәт эшмәкәре Буранбай Асҡаров менән икәүләп Хәйбулла районының Йәнтеш ауылы эргәһендәге плитәташ сығарыусыларҙы барып тикшерҙек . Уйҙарыбыҙҙы раҫлап , эшләп йөрөгән 6 кеше кемуҙарҙан урман араһына ҡасып бөттөләр , тик эргәлә торған вагончиктән килеп сыҡҡан ике урыҫ егете генә беҙҙе ҡыуып , башта беребеҙгә , унан икенсебеҙгә төрлөсә тәьҫир итеп маташтылар . Тик ниндәйҙер Женяға һылтаныуҙан башҡа , беҙ талап иткән документтарҙың береһен дә күрһәтә алманылар . . Ҡасҡын егеттәрҙең кем икәнлеген , карьерҙың законлы эшкәртелеүен аныҡлау өсөн райондың экология һәм полиция хеҙмәткәрҙәрен йәлеп иттек. . Йәнтеш ауылынан кемдәр йәмәғәт фекерен белешеү йыйылышында булған , тиҙ арала беҙҙең менән бәйләнешкә сығыуығыҙ һорала . Ул процедура ғөмүмән булдымы икән ? 35 гектар сабынлыҡты һеҙ үҙ иркегеҙ менән алыпһатарҙарға бирҙегеҙме ни? Бынан ауыл өсөн ниндәй файҙа күрҙегеҙ ? . Ә беҙ иһә тиҙ арала район , республика органдарынан официаль яуаптар көтәбеҙ . . Үҙ Еребеҙгә үҙебеҙ хужа булып өйрәнәйек , яҡташтар ! https://vk.com/wall63471294_11650