TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
← Башҡорт теле
Башҡорт теле avatar

TGINSIGHT POST

Post #6

@bashkort_tele

Башҡорт теле

Views184Post view count
PostedFeb 202/02/2022, 12:41 PM
Post content

Post content

❤ ..."Йөрәк һүҙе. Рәми" шиғриәт бәйгеһе алдынан уйланыуҙар... (3 бүлектә) 3-сө бүлек. ... Алла бойорһа, "Йөрәк һүҙе.Рәми"ҙе апрель урталарында үткәрербеҙ тиеп кенә торғанда, ҡапыл телефоным шылтыраны... ... Шылтыратыу Аҡ йорттан ине... ... Көтмәгәнгәме, әллә, бәйгеселәр араһында, танылған исемдәр булғанғамы, ниңәлер, күңелгә шом инде... Иртәнге сәғәт 10:00-ға билдәләнгән осрашыу, әйтерһең, оҙон 1 йылға һуҙылды... ...Ниңә әле шулай тулҡынланам?.. Әгәр ҙә, Илшат Азамат улы: - "Наилә апай, мин Һеҙгә, "Йөрәк һүҙе"н, һәр ваҡыт, эшләргә ярҙам итеп килдем, артабан, булмай... Быға һеҙ үҙегеҙ ғәйепле", - тиһә, мин уға нимә тип яуап бирермен?.. ...Был донъяла бер нәмә лә тиккә генә түгел... ...Яҙмыш та, кешене , фәҡәт, ул ғына үтергә тейеш һуҡмаҡтарҙан йөрөтә бит... ... Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та был тормош... Мин, Мостай Кәримдең "Салауат"ын салауат дәүләт башҡорт драма театрында ҡуйғас, Нәжиб ағай Асанбаев миңә "Зәки Вәлиди" трилогияһын һуҙып: - "Һин "Салауат"ты сәхнәләштерҙең, "Зәки"ҙе лә ҡуйырһың", - тип, яҙмаларын ҡулыма тотторҙо. Шулай итеп, "Көҙән башҡорто" исемле сәхнә әҫәрем, башҡорт драматургияһы Аҡһаҡалы Нәжиб ағай Асанбаев менән мине, мәңгелеккә оло Дуҫтар итте. ... Йылдар үтте... ... Фани донъяларҙан китергә теүәл 3 көн ҡалғас, ул - үлем түшәгендә ятҡан ветеран, балалары аша мине саҡыртып алды... Эргәһенә үткәс: - "Башҡортостанда 92 мәктәпте ябалар икән, шул дөрөҫме?.. Улар бит төпкөлдәрҙәге милли уҡыу усаҡтары - япмаһындар! Япһалар, телебеҙ бөтөр - туған телебеҙ бөтһә, милләтебеҙ бөтөр... Ошо һүҙҙәремде васыят итеп ҡалдырам - һин уны, мине оҙата килгән халыҡҡа еткер, унда олоһо ла, кесеһе лә булыр, ҙур хужалар ҙа килер... Һиңә һүҙ бирмәҫтәр, шуға күрә, мин балаларыма аңлаттым - ғаиләм исеменән оҙатыу Һүҙен һин әйтерһең... Мин һиңә ышанам",- тине... ... Ошо һүҙҙәрен әйтеп, ул иңдәремә, шул саҡта уҡ, оло яуаплылыҡ һалған һәм минең күңелемә "Йөрәк һүҙе" проектын тыуҙырыуға орлоҡ сәскән икән!.. ...Эйе, күпте күргән Аҡһаҡал васыятын, мин бөгөн тап шулай ҡабул итәм. Ҡабул итәм тием дә, әсенеүҙән йөрәгем, хатта, сәнсеп ҡуя!.. Эх, Нәжиб ағай, Нәжиб ағай, һеҙҙең кеүек Илен һөйөүселәр, уның өсөн утҡа-һыуға инеүселәр һирәгәйә шул донъяла, һирәгәйә... Әжәл ҡаршыһында ла, һин бит Туған тел, милли мәктәп, милли театр тип яндың, көйҙөң, ә бына 100 йыллығыңды, ғәфү ит, әйтмәй булдыра алмайым, шым ғына үткәреп ебәрҙеләр... Мин, театрҙарға шылтыратып та ҡараным, әммә, улар өҫтән ҡарар төшөүен көтөп, күҙ йомдолар... Араларында, етәкселек эшенән мутлыҡтары өсөн ҡыуылғас, Республикабыҙ Башлығына барып, сал башыңды эйеп, һин ҡотҡарып алып ҡалған ,теге егет тә, боҫоп ҡалды. Был хәл мине тамам "үлтерҙе"... Ни тиһәң дә, бөгөн, донъя ҡиммәттәре пыран-заран килде шул... Ватан, Тыуған Ил, Тыуған Ер, Туған Тел төшөнсәләренә ҡараш үҙгәрә бара - ҡыҙғаныс, хатта, ҡурҡыныс... Кеше күҙен аҡса, мөлкәт томалай, быларҙың ваҡытлы ғына ҡиммәт икәнен аңлатыу саралары юҡ тиәрлек. Мәғлүмәт, кино, телевидение, интернет икенсе ҡиммәттәргә ҡоролған... Бәлки, ошоларҙы төптән аңлап, халҡыбыҙ араһынан рухи байлыҡҡа, битарафһыҙлыҡҡа ынтылған милләттәштәребеҙҙе күреп, уларға тейешле иғтибар бирергә, улар менән күберәк аралашырға, уларҙы үҫтерергә кәрәктер?.. Шәхестәр кәрәк беҙгә, үҙ көстәренә ышанған, күңел нуры менән башҡалырҙы йылытҡан, яҡтыртҡан, аҡыллы, тәүфиҡлы, иманлы Шәхестәр кәрәк!!! "Йөрәк һүҙе"нең төп маҡсаты ошо ҡиммәттәрҙе кешеләргә төшөндөрөүҙән ғибәрәт, иманым камил, был бөгөн бик кәрәк мәҙәни сара! Мин ошоға ышанам һәм, үҙем, хаҡлы ялда ятыуыма ҡарамаҫтан, Илшат Азамат улы кеүек дәүләт эшмәкәрҙәре ярҙамына таянып, ошо проектты эшләргә тырышам. Рәми ағайҙың рухы - ул башҡорт рухы! Йәшәтәһе ине ошо тойғо-хисте, йәшәтәһе ине!!! ... Төн һуҙылды, таң атмай арыу ғына ҡаңғыртты... Мин иртәгәһен, тәғәйенләнгән сәғәткә, һүнеп барған өмөт менән, Аҡ йортҡа барып индем. Илшат Азамат улы мине бик тыныс, яҡты йөҙ менән, ихлас ҡабул итте. Тәмле сәй ҡуйҙы, хәл-әхүәл һорашты. "Йөрәк һүҙе" яңылыҡтарын, үҙе иғтибар менән минең яҙмалар аша социаль селтәрҙәрҙә ҡарап барһа ла, һәр бер ойоштороу аҙымын ентекләп һораны.