TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
Post content
Post content
Башҡорт икәнеңде онотма! Рәмилә менән Айраттар Төрмәлә ыҙа сиккәнгә Ғәрлек түгелме башҡорттар Тыныс тормош көткәнгә? Ҡайҙа Хәсәнов Азамат, Иҫәнме ул туған, үлекме? Украинға атҡан ир-ат Ошо мәлдә егетлекме? Абҡадыров һәм Аманов, Киниссаров һәм Марат... Улар һымаҡ һин дә башҡорт Башта халҡыңды ярат. Ғәрлек ҡарау "вирнайҙарға", Ҡайҙан шулай үрсенегеҙ? Әйткем килә ундайҙарға - Башҡорт беҙҙең исемебеҙ! Абай улы. (14.06.2022)