Post content
Бәлеш” арт-объекты асыла «БәлешФест-2022» традицион милли аш-һыу республика фестивале ойошторола Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йортоноң матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, сара 20 августа Бүздәк районында үткәрелә. Республиканың 20 районынан һәм алты ҡалаһынан, Пермь крайынан, Ырымбур өлкәһенән, Татарстан Республикаһынан ҡатнашыусыларҙың килеүе көтөлә, тип яҙа “Башинформ”. Милли ризыҡтар әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре була. Башҡорт, татар, рус, сыуаш, мари, мордва, удмурт халҡының милли аш-һыуын тәмләп ҡарау, төрлө конкурстар, презентациялар ойошторола. Фестиваль йыр-моң, халыҡ бейеүҙәре һәм уйындары, милли музыка ҡоралдарында уйнау менән оҙатып барыла. Район халҡын һәм ҡунаҡтарын өлкәндәр, балалар өсөн төрлө тематик майҙансыҡтар: милли кейемдәр, йорт кәрәк-яраҡтары, биҙәүестәр, һөнәрселек эше (ағас эшкәртеү, сигеү, ағас һырлау, тал сыбығынан үреү), этнофотозоналар көтә. Бүздәк ауылында «Бәлеш» яңы арт-объектын асыу фестивалдең төп биҙәге булмаҡсы.