Post content
Сәскәләрҙе ҡайҙа һалайым? (булған хәл) Бынан ике тиҫтә йыл элек булған ине был хәл. Миңә йомош менән Өфөгә бик үк йыраҡ ятмаған Дим буйындағы ауылға барырға тура килде. Бәләкәй генә станцияла электричканан төшөп ҡалдым һәм минең менән килгән пассажирҙарҙан ауылға нисегерәк барырға икәнен белешә башланым. Юлаусыларҙың береһе - бөхтә генә кейенгән етмеш йәштәрҙәге ҡарт: - Улым, мин дә шунда барам. Бик ҡабаланмаһаң - бергә атларбыҙ, - тине. Беҙ ҡырсынташ түшәлгән юлдан алға атланыҡ, юлдашымдың ҡулындағы гөлләмәһенән башҡа йөгө юҡ, аҙымдары ырамлы ғына. Ул шуда уҡ кем, ҡайҙан булыуымды белешеп алды. Мин дә үҙ сиратымда уның ни эш бөтөрөп йөрөүен һораштым. Ҡарт минең һора-уыма ҡапылдан ғына яуап бирергә ашыҡманы. Тик: - Силәбенән киләм әле. Ул ауылда йомошом бар ҙа, юҡ та һымаҡ, - тип ҡуйҙы. Мин аптырай биреп уға ҡарап ҡуйҙым. Бер аҙ атлағас, аҡрын ғына һөйләп алып китте: - Был яҡтарға беренсе тапҡыр 11 йәшемдә аяҡ баҫтым мин. Дөрөҫөрәге аслыҡ ҡыуып килтерҙе. Уғаса Өфөлә йәшәнек. Атай герман һуғышынан ҡайтманы. Әсәй, минән ике йәшкә өлкән Зәлифә апайым менән өсәүләшеп бер иҫке генә йортта көн күрҙек. Әсәйебеҙ иҫән саҡта йән аҫырарлыҡ ҡына аҙыҡ таба ине әле. Анау егерме беренсе йылғы йотлоҡ башланғас та нәмә булһа ла табып, ҡарыныбыҙҙы буш тотмаҫҡа тырышты. Үҙ ауыҙынан өҙөп беҙгә ҡаптырғандыр инде, бахырҡай. Ҡурылып, ҡаҡ һөйәккә генә ҡалып, шул йылдың йәй аҙағында үлеп китте. Унан айырылғас, беҙгә хәйерсе тоҡсайы аҫыуҙан башҡа сара ҡалманы, меңәрләгән бүтән балалар рәтендә апайым менән мин дә ауылдарға сығып киттек. Әлбиттә, унда ла әҙерләп ҡуймағандар ине. Аслыҡ бөтә ерҙә тулы хужа. Ҡайҙа барма - һәләмәгә төрөнгән ҡоро һөлдә лә, йоторҙай булып ҡараған ас күҙҙәр. Әммә беҙҙең бәхеткә хәлле генә булған, йомарт күңеллеләр ҙә осраштырғылап торҙо. Һуҡрана-һуҡрана булһа ла буш сығармаҫҡа тырышалар ине. Уларҙы ла аңларға була. Беҙ, хәйерселер, күмәк - берәүҙәр сығып өлгөрмәй - икенселәр килеп инә. Һәммәһенең тамағын туйҙыра башлаһа, иртәгәһен үҙҙәре шул хәлгә төшәсәк. Китаптарҙа байҙарҙы ҡомһоҙ тип яҙалар, әммә беҙҙең ғүмерҙе ана шулар һаҡлап ҡалды ла инде. Әлбиттә, ҡапҡаларына яҡын ебәрмәй, эттәрен һөсләгәндәре лә булды. Әммә улары беҙҙең бәхеткә һирәк ине. Ошондай көҙгө һалҡын көндәрҙең береһендә, кисләтеп кенә, бына ошо беҙ китеп барған ауылға килеп индек. Башҡаларынан айырылыбыраҡ иң ситтә ултырған бер иҫке генә өйҙөң ишеген шаҡыныҡ. Яуап биреүсе булмағас, уны асып, эскә атланыҡ. Шунда уҡ танауға татлы һурпа еҫе килеп бәрелде. Ярым ҡараңғы өй эсенә инеү менән оло йәштәрҙәге ҡатындың ҡоштабаҡ күтәреп мейес алдына уҙғанын шәйләп ҡалдым. Ә оҙон һаҡаллы ҡарты һикеләге ашъяулыҡ өҫтөнә тунын ҡаплап маташа ине. Беҙ уларҙың аш-һыуҙарын йәшергәндәрен аңлап, уңайһыҙланыбырак та киттек. Инеү менән Зәлифә апайым ялбарыулы тауышы менән: ‘’Хоҙай хаҡы өсөн етемдәргә бер йотом һыу, бер ҡабым ризыҡ бүлһәгеҙсе…” - тип теләнергә лә кереште. Ҡарт уҫал күҙҙәре менән беҙҙе баштан-аяҡ ҡарап сыҡты ла, ҡатынын саҡырып алып, ҡолағына ниҙер шыбырланы. Аҙаҡ йылмайғандай итте һәм йомшаҡ тауыш менән: “ Үтегеҙ балалар, Алла ни биргән - шуның менән уртаҡлашырбыҙ", - тип беҙгә өндәште. Ул арала ҡатыны, беҙгә күрһәтмәҫкә тырышып, ашъяулыҡты әйберҙәре менән бергә төрөп алып, мейес яғына алып сыҡты. Аҙаҡ, һикегә бер сепрәк киҫәге түшәп, ҡоштабаҡты сығарып ултыртты. Апайым менән икәү, һике ситенә генә терәлеп, сөскөлт тәм килгән һурпаны һемерергә тотондоҡ. Ул арала ҡараңғы ла төштө. ‘’Ошонда булһа ла ятып, йоҡлап сығырһығыҙ,”- тип ҡарт иҙәнгә иҫке бишмәт ташланы. Беҙҙең ҡыуанысыбыҙҙың сиге юҡ ине. Ҡорһаҡтарыбыҙ тулғас ни - ятыу менән йоҡлап та киттек. - Ҡарт һүҙенән туҡтаны һәм бер аҙ шым атлағас, ауыр көрһөнөп, һүҙен дауам итте. - Апайымдың сыйылдап ҡысҡырыуына ҡурҡып, уянып киттем. Тәүҙә ни булғанын да аңламай торҙом, аҙаҡ, тоноҡ ҡына сыра яҡтыһында, һикегә һуҙып һалынған апайымдың өҫтөнә атланған ҡарттың уны бау менән сырмауын, ә ҡатынының бисараны ҡысҡыртмаҫҡа тырышып, ауыҙын ҡапларға маташыуын күреп ҡалдым.