Post content
Эксперт советы эше менән ҡыҙыҡһынып, "Йөрәк һүҙе.Рәми" шиғриәт бәйгеһендә майҙан тотасаҡ егет-ҡыҙҙарға уңыштар теләне. Был юлы шиғриәт бәйгеһендә ир-егеттәрҙең күплегенә ҡыуанды. Мин, тынысланып тын алдым ғына тигәндә, ул: - " Наилә апай, әгәр ҡаршы булмаһағыҙ, Һеҙҙең менән бер кеше осрашып, һөйләшергә теләгән ине, уны саҡырайыммы?"- тине лә, эске телефондан шылтыратып, Азат Шамил улы Баҙрановты саҡырҙы. ...Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, ул минең белгән, аралашып йөрөгән кешем түгел. Уның, минең менән һөйләшергә теләүе, бер-аҙ ғәжәпләндерҙе. Оҙаҡ та үтмәне етеҙ атлап Азат Шамил улы килеп тә инде. Ул һөйләшеү йүгәнен үҙ ҡулына алып, "Йөрәк һүҙе" хаҡында белеште, ғариповсылар булараҡ, гимназия, уҡытыусылар, тәрбиәселәр тураһында ҡыҙыҡһынды, йылы хәтирәләрҙе лә тирбәтте... Аралашыу барышында, мин артыҡ борсолоуымдың юҡҡа икәнлегенә төшөнгәндәй булдым. " "Йөрәк һүҙе" проекты халҡыбыҙға кәрәк икән, тимәк, беҙ уны матур итеп, тейешле кимәлдә уҙғарырға тейешбеҙ, Наилә апай, эфирға ҡайтарыуҙы ла хәстәрләрбеҙ - үткәндәрҙе онотайыҡ, алға бергә атлайыҡ. Башҡортостан - беҙҙең уртаҡ Йортобоҙ, унда тыныслыҡ хаким итергә тейеш",- тине ул. Һөйләшеү оҙаҡ барҙы, Илшат Азамат улынан Азат Шамил улының бүлмәһенә күсеп, унда ла һүҙ дауам итте. Республикабыҙҙа үткән ваҡиғаларҙы ла, ике ярға бүленеп, аңлашмаусанлыҡ даръяһында тыуған мөнәсәбәттәрҙе лә, барыһын да, урап үтмәй, уртаға һалып әңгәмәләштек. Күберәген, әлбиттә, ул һөйләне, йәмғиәт, дәүләт эшендә эшләгәндәрен, борсолоуҙарын, уңышҡа килтергән тырышлыҡтарын һәм республикабыҙҙа йәшәгән барлыҡ халыҡ менән, берҙәм рәүештә, бергә алға атлау теләген әйтте. Уйҙары изге, ахырыһы, был егеттең тип тыңлап, ҡарап ултырҙым. ... Беләһегеҙме, ишеткәндәремә ышанаһы килә... ... Эх, матур, иҫ китмәле башҡорт Илендә татыу, тыныс, ҡулға-ҡул тотоношоп, йырҙа йырланғандай, бәхеттә-шатлыҡта ғына йәшәргә ине!.. ...Уйлап ҡараһаң, бөтә нәмә үҙебеҙҙән тора бит, үҙебеҙҙең теләктән, таҙа, матур ниәттәребеҙҙән, ҡылған эштәребеҙҙән, күңел сафлығынан!.. ...Эйе, бөтә нәмә үҙебеҙҙән тора! Наилә Сәфәрғолова.