TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
← Башҡорт теле
Башҡорт теле avatar

TGINSIGHT POST

Post #70

@bashkort_tele

Башҡорт теле

Views1,300Post view count
PostedSep 1509/15/2022, 12:57 PM
Post content

Post content

Мин һикереп тороп, әсе ҡысҡырып, Зәлифә апайыма ярҙамға ташландым, ләкин ҡарт әйлә­нә биреп, шул ҡәҙәре итеп башыма тондорҙо - шунда уҡ күҙ алдарым ҡараңғыланып китеп, упҡынға осҡандай булдым. Бөтә тәнем ҡалтырап, өшөп, аңыма килдем. Тәүҙә ҡайҙа икәнемде төшөнмәһәм дә, һуңыраҡ, еҫтәге иҙән ярыҡтарынан төшкән яҡты­лыҡты шәйләп, үҙемдең һал-ҡын баҙҙа ятыуымды аңланым. Башым яры­лып ауырта ине. Мин: "Сығарығыҙ бынан!”- тип ҡысҡырырға тотон­дом. Бер аҙҙан баҙ ҡапҡасы асылып китте һәм унда ҡарттың башы күренде. “Аҡыраһы булма! Апайың хәйер йыйып килгәс сығарырбыҙ”, - тип ҡапҡасты кире ябып ҡуйҙы. Мин ергә сүгәләнем. Бер аҙ­ҙан ҡарттың шымыраҡ тауыш менән: “Бир шуңа берәй нәмә, йә иһә дөмөгөп ҡуйыр,”- тип ҡатынына өндәшкәнен ишетеп ҡалдым. Яңынан баҙ ҡапҡасы асылды һәм ҡатын: “Мә, кимер!”- тип миңә ҙур бер һөйәк һондо. Мин уны үрелеп алдым да, тотоп торған нәмәмдең кеше ҡулы икәнен, бигерәк тә баш бармағы төбөндә бик тә таныш ҙур ҡара миңде күреп, ҡапылдан ҡотом алынып, ергә атып бәрҙем һәм мине күпме етәкләп йөрөткән, иркәләп биттәремдән, сәстәремдән һыйпаған ҡулдан сирҡанып, ҡурҡып, баҙ мөйөшөнә һырын-дым. Ҡапылдан күңелем болға-нып, башым әйләнеп китте, мин тағы аңым­ды юғалтҡанмын. Иҫемә килгәс, барыһын да хәтерләп, шым ғына иланым да, иланым. Апайымды һуйып ашаған кешеләрҙән үс алыу теләгенә мине лә шундай яҙмыш көткәнен аңлау, үҙемде йәлләү, ҡурҡыу тойғоһо килеп ҡушылып, йөрәгем өҙгөләнде. Ҡарттың өҫ­тән ишетелгән: "Бәләһенән - баш-аяҡ - быны-һын да эшкәртеп ҡу­йырға кәрәк,”- тигән һүҙҙәре ҡапыл айнытып ебәрҙе. Сығырға бойорғанда башымда нисек тә был йыртҡыстар ҡулынан ысҡыныу теләге генә ине. Ҡарт мине һөйрәп тигәндәй алды ла, иҙәнгә йығып һалды һәм һыңар ҡулы менән ҡатыны һоноп торған бысаҡҡа үрелде. Шул саҡ йән асыу менән тештәремде ҡарттың беләгенә батырҙым. Ул әсе һүгенеп, ҡулын ысҡындырыу менән, һикереп тороп, ҡарындыҡ эленгән тәҙрә аша тышҡы ҡараңғылыҡҡа һикерҙем, һәм, күҙемә аҡ-ҡара күренмәй, хәлем бөтөп тәгәрәгәнсе йүгерҙөм дә йүгерҙем. Иртәгеһен бер ҙур ғына ауылға барып сыҡтым. Унда етем бала­ларҙы йыйып йөрөүселәргә юлыҡтым. Унан инде детдом, аҙаҡ слесарь һөнәрен алып, ғүмерем буйы трактор заводында эшләнем. Ул бик тә аяныслы хикәйәтен Һөйләп бөткәндә ауылға килеп ингән инек инде. - Бына ул ҡәһәрле йорт урыны! - тип ҡарт сүп-сар өйөмөнә күрһәтте. Беҙ уға ҡарап бер аҙға тын ҡалдыҡ. Минең күҙ алдын­дан ул һөйләгән ваҡиға теҙелешеп үткәндәй булды. - Мин бында бер-ике рәт килеп киттем инде. Бер килеүемдә хужалары тураһында кешеләрҙән һорашҡас, теге ҡатындың аҡылдан яҙыуын, аҙаҡ өйҙәренә йәшен атып, шунда ире менән бергә янып үлеүҙәрен әйткән инеләр, Хоҙай Тәғәлә ундай ҡәбәхәттәрҙе ер йөҙөндә йәшәтергә теләмәгән, күрәһең. Сүплектәрендә әллә күпме балалар һөйәктәре тапҡандар. Бер апайымды ғына кимермәгән­дәр бәдбәхеттәр. - Ҡарт тағы тын ҡалды. Аҙаҡ ҡулындағы гөлләмәгә ҡарап, бер аҙ урынында тапанып торҙо ла, уны бер яҡ ситтәрәк үҫкән ҡайын төбөнә алып барып һалды. Һәм йәшкәҙәгән күҙҙәрен Һөрткөләп: - Апайыма тип килтергән сәскәләрҙе Һалырға урыны ла юҡ бит! Һөйәктәре ятҡан был нигеҙгә һалһаң - ҡәһәрле йортто, уның ху­жаларын хөрмәтләгән һымаҡ була, һалмаһаң апайымдың рухын их­тирам итмәгәндәй… - тип ҡуйҙы. - Ирек, азатлыҡ тигән булып миллионлаған кешеләрҙең тиктәҫ­кә ҡандарын ҡойҙолар. Ниндәй азатлыҡ булһын - батша ҡоллоғо­нан совет ҡоллоғона эләктек! Егерме берҙәге аслыҡ та шул ва­ҡыттағы кешеләрҙең вәхшилеге өсөн Хоҙайҙың ебәргән язаһы ул!… Мин быларҙы, улым, беҙҙең ниндәй әсе яҙмыш кисергәнде белһен­дәр тип һөйләнем. Гәзиткә яҙған инем - баҫманылар. Совет илен­дә бындай хәлдәр булырға тейеш түгел, әллә кеше ышанмаҫтайҙы ысын булһа ла һөйләмә тинеләр. Ә, зрә… - тип юлдашым хушла­шып, кире станцияға табан атланы. Мин, бер ҡайын төбөндә ятҡан сәскәләргә, бер башын баҫып һалмаҡ ҡына атлаған ҡартҡа ҡарап, оҙаҡ ҡына баҫып торҙом. Бала саҡта уҡ ҡайғы-хәсрәт кисергән, әлеге мәлдә танышбулмаған кешегә заманына күрә (81 - се йыл ғына ине бит) ҡыйыу һүҙҙәр һөйләй алған кешегә һоҡланыу ҙа, ихтирам да күңелемде билә­гән ине минең. МӨҘӘРИС БАГАЕВ. 21 се йыл башҡорҡ халҡына геноцид тураһында хикәйә!