Post content
Ике көн инде, был яҙманан һуң, ҡара ҡайғыға сумып, өмөтһөҙлөккә батып, ауыр уйҙарға ҡалып йөрөйөм... Тормошомда ныҡ буталһам, "халҡым" тип йөрөгәндә ирекле уйҙарым өсөн тегеләр ныҡ дөмбәҫләй башлаһа, Зөһрә апай, һинең менән һөйләшеп, кире кеше хәленә ҡайта инем. Һин миңә бер саҡ шулай тинең: "Улар һине таксист булып эшләргә мәжбүр итһә лә, күңелең менән таксисҡа әйләнмә!" Хатта, Францияла эмигранттар тормошонан ниндәйҙер миҫал да килтерҙең. Баҡтиһәң, ысынлап та, режиссер-йырсы була тороп та, таксист, йә ашнаҡсы булып эшләһәң дә, һынмаҫ рухты һаҡлау мөмкин икән. Дуҫтар ярҙамында етәксе булып, бер-ике грант алыусы булып, ҙур премияға дәғүә итеүсе булыуға ҡарағанда... Һинең рухың һынған көн, апай, минең рухи үлемем көнө... Ил инәһен илатҡан илдең киләсәге юҡ! Точно, как прежде не будет! Мәрйәм инәй һәр бер бөртөк башҡорт балаһы өсөн ғүмер буйы көрәште, тел белһен, урыҫлашһа - милләткә кире ҡайтһын, тип. Хәҙер килеп һин ошо инде ҙурайған балаларҙы үлемгә оҙатыу яҡлыһың?! "Ил" тигән булаһығыҙ, һаҡларға, тигеҙ. Ә ниңә беҙҙең мобилизацияланғандар башҡа төбәктәрҙән өс (!) тапҡыр артыҡ?! Нишләп тик башҡорттар һуң?!. Ҡуштау өсөн аңһыҙ халыҡтан һәм егеттәрҙән үс алыумы? Тик, ниңә, ул гениаль сценарийҙары буйынса Ҡуштауҙы Русфондҡа күсерҙеләр бит инде. Кемгә төртмә, НАТО янай тигән аргументтарынан башҡа икенсе аргумент юҡ. Хәҙер килеп янай инде, ә кем башланы был СВО-ны? Украина беҙҙең СВО арҡалы НАТОға инде. Беҙҙең республикала былай ҙа бәлә етерлек ине: башҡорттарҙың һаны кәмеүе, балаларҙың тел белмәүе, маңҡортлоҡ, үҙаллылыҡ булмау, алтындарыбыҙҙы талау... Тик хәҙер, Мәскәүҙән ебәрелгән радиактив карателдәр төркөмө етәкселегендә, халҡыбыҙҙы тура мәғәнәлә үлтерәләр! Мин сво башынан ҡаршы булдым, өгөтләнем! Минең яҙмаларымды уҡып, бер башҡорт ғүмерен һаҡлап алып ҡалһа - кешене үлемдән ҡотҡарыу сауабын бирәсәк Хоҙай Тәғәлә, иншалла. Ә һин был яҙыуҙан һуң ҡанға буялырға ҡурҡмайһыңмы? Повестка таратҡан, һайлауҙарҙа мутлыҡ эшләгән уҡытыусылар, тупаҫ агитация алып барған етәкселәр, һеҙ Алла язаһынан ҡурҡмайһығыҙмы? Үҙем ҡайғырам, тик һаман, өмөт барҙыр, бәлки киләсәктә төп баштарына ултыртыу өсөн, был ҡылығың тик ваҡытлыса ярамһаҡланыуҙыр, тип һине аҡларға маташам. Юҡ шул. Өмөт юҡ. Ҡыҙғанысҡа, яңылышам... Бәлки, һин "заложник"тыр? Бәлки, ультиматум ҡуйғандарҙыр һиңә?.. Тағы ла юҡ... Мин иҫәр! Сөнки һаман һиңә һәм һинең кеүектәргә, түрә булып ултырған интеллигенция вәкилдәренә, аҡлау эҙләйем. Зөһрә апай, дуҫыңа әйт, бюджет аҡсаһына сығарған китаптары ла, үҙен-үҙе маҡтауы ла, тарихты юйыуҙары ла һәм активистарҙы төрмәгә тығыуҙары ла - нәҫеленән ҡан һәм күҙ йәшен юймаясаҡ! Динһеҙ батша артынан һуҡыр барыусылар, бәддоға һеҙгә! Һин әйтешләй, без истерики ирҙәрен, улдарын, кейәүҙәрен ут эсенә ебәреп, үҙенең аңһыҙлығын, ҡараңғылығын, көсһөҙлөгөн яҡлар өсөн батша бойороғона сәпәкәйләгән, ирҙәренә "һин батыр, бар" тип ойоҡ бәйләп ултырған ҡатындар, күҙегеҙҙе асығыҙ! Аҡылығыҙға килегеҙ. Башҡа төбәк ҡатындары автобустарҙы әйләндереп, юлға арҡыры ятып, һәр бер ир өсөн көрәшә! Ә өнһөҙ Өфө ҡыуанып утҡа ул ташлай, ойоҡ бәйләй. Көслө ил ғәскәре өсөн - ыштан һәм марли ебәрә! Былай оҙон итеп түгел, ҡыҫҡаса ошолай ғына тип яҙырмын тигән инем: Азат, мине лә ал дуҫтар рәтеңә, мин дә етәксе була алам һәм ғүмер буйы йыйған абруйымды башҡорт егеттәрен күпләп үлемгә оҙатырға ярҙам итәсәкмен, тип... Тәүбә! Барлыҡ мәҙәниәткә һинең дуҫыңдың хужа булып ултырыуы - Радий ағайҙың был өлкәгә төкөрөп ҡарауынан ғына. Ҙур түрәнең ниәте башҡа - ил байлығын батшаға һәм уның яҡындарына тиҙ арала законлы рәүештә биреү. Һәм был гениаль план инде үтәлде тигән һүҙ! Афарин! Башҡортса диктанттар , тел сарлаған бөтмәҫ саралар, ҡайтанан терелткән геройҙар - бер аҙ ҡалған интеллегенция күҙенә саң өрөү, уларҙың ҡулдары менән планды артабан атҡарыу өсөн генә. ...Бәлки һинең "дуҫ" ваҡытлыса ярамһаҡланып йөрөп киләсәктә Башҡортостанға үҙаллылыҡ яулашыр?! Юҡ. Мин ахмаҡ! RIP Минзаля Яхина 15.06.1981- 03.10.2022.