TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
← Башҡорт теле
Башҡорт теле avatar

TGINSIGHT POST

Post #74

@bashkort_tele

Башҡорт теле

Views4,080Post view count
PostedOct 2910/29/2022, 03:21 PM
Post content

Post content

Ҡоллоҡ сире яман шул...🇷🇺 "Шайморатов", "Доставалов", Ике "Салауат Юлаев" - Былар милли батальондар, Ә төп дошман - украиндар... Украинды ҡырған һымаҡ Башҡортты ла ҡырған батша. Быны онотҡандар - ахмаҡ, Ҡоллоҡ сире яман башта. Йырҙар йырлап, гармун тартып Яуға китәләр башҡорттар. Хатындар ҡала оҙатып, Етем ҡалалар күп йорттар... Башҡорт кәмеһә күберәк , Түрәләргә шатлыҡ ҡына. Ерҙәр ҡалыр иркенерәк Түрәләрҙең үҙ халҡына... Кисә күрҙем интернетта: Мулла елә БМП - ла... Сит баҫыуҙар ике яҡта Уға ләғнәт уҡып ҡала... (Абай улы)