TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
← Башҡорт теле
Башҡорт теле avatar

TGINSIGHT POST

Post #75

@bashkort_tele

Башҡорт теле

Views991Post view count
PostedOct 2910/29/2022, 09:25 PM
Post content

Post content

ҺУҒЫШ Ҡаһармандар яһай заман Кеше үлтереүсенән, Мәжбүрилек, дусарлыҡтан Ҡорбан килтереүсенән. Ҡанлы алыштарҙа ала Әҙәм әҙәмдең йәнен... Еңеү хаҡы бына ошо Ҡорал тотҡан бәндәнең. Һөжүм итмәй, һәләк итмәй Хатта йыртҡыс үҙ затын: Айыу айыуын ашамай, Юлбарыҫ юлбарыҫын. Бойороусо бит бойорған, Донъяға биргән бурыс: Баҫҡынсыны һепереп ҡыра Мөҡәддәс, изге һуғыш. Кейек түгел, бәндә затын Ҡоторта һаман шайтан. Тетрәндерә йөрәгемде Илбаҫар булған ватан. Танһылыу Ҡарамышева