TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
Post content
Post content
* * * Зарланмайым заманыма, Күҙен һирпеп ҡараһын, Күҙ йоммаһа юлдарыма, Үҙе күрер сараһын. Һәр замандың үҙ заңы бар: Тантанаһы, хурлығы, Түбәнлеге, бейеклеге, Ваҡлығы һәм ҙурлығы... Заманына – һәр кем бала, Ҡабатлай заман холҡон: Күтәрәм мин бөтәһен дә, Күтәргән кеүек халҡым!.. Рәми Ғарипов