TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
← Башҡорт теле
Башҡорт теле avatar

TGINSIGHT POST

Post #78

@bashkort_tele

Башҡорт теле

Views1,250Post view count
PostedNov 2511/25/2022, 10:24 PM
Post content

Post content

Был һуғыш - барлыҡ һуғыштарҙың дә иң мәғәнәһеҙе. Бөйөк Ватан һуғышында бер яугир ҙә , контракт төҙөп, аҡса алып һуғышмаған . Әгәр Илебеҙ, Еребеҙ өсөн барған һуғыш булһа , мобилизацияһын дә көтөп тормаҫ инек . Ҡуштау , Ҡырҡтытау шуға дәлил. Аҡса өсөн кеше ғүмерҙәрен ҡыйыу , һуғышты аҡлау , хатта рекламалау ДИН ӘҺЕЛЕНӘ килешкән эш түгел.Бигерәк тә милли батырыбыҙ исемендәге батальондар төҙөү , изге ҡиммәттәрҙе , ҡиблаларҙы бутау... " Урал " урынына - " катюша " ... Хәҙрәтебеҙ өнһөҙ - тынһыҙ ғына , 200 се егеттәребеҙга йыназа уҡып ҡына йөрөһә, ҙурыраҡ фәтиха алыр ине . ЯНЫУ. (Поэманан өҙөк ) Һаҡла, Раббым, утлы һарайҙарҙан! Янғындарҙан һаҡла! Эй, Аллам! Халҡым менән ҡайсаҡ ғорурланам, Халҡым өсөн ҡайсаҡ оялам. Ғүмер баҡый мин көтөүсе булдым, Миңә, ярай, уҡыу теймәне. Ә һеҙ ҡайсаҡ юҡты һөйләйһегеҙ, Бер дөйәләй итеп төймәне: -Урыҫ-француз һуғышына башҡорт Утыҙлап полк биргән! -Йә? Шунан?! -Төньяҡ амурҙары" исемләнеп, Алғасҡыла йөрөгән! - Йә? Шунан?! Ул һуғыштың ҡуҡыш башындай бер Фәтүәһе беҙгә тейһәсе! Шуны тылҡыу һеҙгә мәртәбәме Иҡтисади йәки сәйәси? Һүҙҙәрегеҙ ҡыҫыр ғорурланыу, Бер тамсы юҡ әрнеү юлағы. Шуны ишеттемме, - Йөҙйәшәр ҡарт – Сабый ҡеүек килә илағым. Уны белеү оло ғилем түгел, Үә фән өсөн түгел ул һандар. Ҡеүәтләрҙәр ғүмерендә бер ҡат Һуғыш яланында булғандар. Мин был хаҡта һөйләүҙәрҙе тыям, Мин тыймаһам, һеҙҙе кем тыяр? (Етмеш йәше тулған ҡарттарға һәм Шағирҙарға ғына ихтыяр). Мин бойорам! Сөнки дүрт-биш йылда Әйләнермен ҡара тупраҡҡа. Шуның өсөн минен һөйләгәнде, "Тыуған ер һөйләй" тип тыңларға! ...Ул ғорурлыҡ түгел, бер ҡатлылыҡ, Хатта меҫкенлек бит ул һандар. Кем алдында тоғролоғоғоҙҙо Иҫбатлайһығыҙ һеҙ, уландар! Любезники, имеш, любизар, тип, Ҡотос әйткән, тиҙәр. Ыстырам! Сираттағы утҡа һөсләткән ул, Һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтырған. Күпме башҡорт ҡайтмаған шул яуҙан! – Беләме ул йырсы кисереп? Ҡаһымдарҙы нисеҡ үлтергәнен, Шул ҡотостар ағыу эсереп? Өшөгәндә һеҙҙе йылыттымы Сәмреғошло оло ил тажы? Сит баһаға мохтаж халыҡмы беҙ, Ситтәр баһаһына мохтажмы? Сит баһаға тик ҡол ҡуҡырая, Онотмағыҙ ошо һүҙҙәрҙе. Кем һун улар, беҙҙе баһаларға, Кем һуң әле улар үҙҙәре? 41-ҙәге һуғыш. Тағы башҡорт... Тағы һыбай... Танк, туптарға Ҡаршы сапты... Ғәзиздәрем минең, Ваҡыттыр бит аҡыл тупларға! Ә һин, шағир, ҡыҫҡа хәтерлеһең. Һин, ахыры, онота башланың. Башҡорттарҙы ҡырыу хаҡындағы Васыятын Петр батшаның. Рәсәй тулы Петр вариҫтары, Уяу булыу кәрәк ҡалай ҙа. "Любезниҡи" тип, йә "воры" тип тә Ҡыуалар Рәйес Түләк .